Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Март 2018, 19:51

Һайлау-2018

1192-се һайлау участкаһында йәнлелек хөкөм һөрә. Бында килгән һәр кем үҙ тауышын бирергә ашыға. Улар араһында хеҙмәт ветерандары, балалары менән атай-әсәйҙәр, ейәндәре менән өләсәй-олатайҙар ҙа бар.

1192-се һайлау участкаһында йәнлелек хөкөм һөрә. Бында килгән һәр кем үҙ тауышын бирергә ашыға. Улар араһында хеҙмәт ветерандары, балалары менән атай-әсәйҙәр, ейәндәре менән өләсәй-олатайҙар ҙа бар. Кешеләрҙең йөҙөндә йылмайыу: улар бер-береһе менән аралаша, фекерҙәре һәм тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
Бына йәш ғаилә Юля менән Михаил Митряшкиндар: бәхетле атайҙың ҡулында улдары Мирослав. “Буласаҡ президенттан тик ыңғай үҙгәрештәр һәм ҡыйыу ҡарарҙар ғына көтәбеҙ, – ти ғаилә башлығы Михаил. – Үҙем вахта ысулы менән эшләйем. Ҡатыным декрет ялында. Тормошобоҙҙан зарланырлыҡ түгел. Барыһы ла яҡшы: эшебеҙ, йәшәр урыныбыҙ бар. Ипотекаға фатир һатып алдыҡ. Иң мөһиме, барыбыҙ ҙа иҫән-һау. Ипотека процентын төшөрһәләр, әлбиттә, шатлансаҡбыҙ ғына”.
Читайте нас