Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йыл аҙағында һөт продукттары етештереүҙә донъя лидерҙарының береһе булған концерн Бәләбәй һөт комбинатының мажоритар акциялар пакетын алды.
Хеҙмәткәрҙәр алдында “Нерал” компаниялар төркөмө президенты, Бәләбәй һөт комбинатының директорҙар советы рәйесе Эрнст Исаев, Savencia Fromage &Dairy “Көнсығыш Европа” регионы директоры Пьер Даверон, Savencia Рәсәй компанияһының генераль директоры Даниэль Миколайчак, Бәләбәй һөт комбинатының генераль директоры Евгений Линкевич сығыш яһанылар.
– Беҙҙең алда ҙур бурыс тора: беренсенән, ғәмәлдәге сыр етештереү производствоһын камиллаштырыу, икенсенән, яңы технологик линиялар асыу. Быйыл йыл аҙағында уҡ беҙ йомшаҡ сырҙарҙың беренсе һынау партияһын алырға, ә киләһе йыл аҙағында уларҙы етештереү буйынса яңы цехты файҙаланыуға тапшырырға тейешбеҙ. Был ысынында завод эсендә завод буласаҡ, һәм беҙгә яңы эш урындары асыу мөмкинлеген бирәсәк, – тип билдәләне Евгений Тадеевич.
Ул хеҙмәт коллективы ағзаларын ғәмәлдәге социаль программалар һаҡланасаҡ, Европа компанияһы менән хеҙмәттәшлек – ул яңы үҫеш кимәленә сығыу, тип ышандырҙы.
Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға донъяның 30 илендә структур подразделениелары булған концерндың эшмәкәрлеге тураһында фильм күрһәтелде. Әлеге ҙур етештереүселәр ғаиләһенә хәҙер Бәләбәй һөт комбинаты ла инде.