Өфөлә иң гүзәл башҡорт ҡыҙын һайланылар. Әлшәй районынан 20 йәшлек Әлфинә Кашапова «Һылыуҡай-2018» исемен яуланы.
Ҡыҙға «Лада Гранта» автомобиле асҡысын тапшырҙылар. Шундай төп бүләк «Һылыуҡай-2018» республика конкурсында тәүгә тапшырылды. Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика факультетының өсөнсө куррс студенткаһы Әлфинә Кашапова шулай уҡ «Матбуғат һылыуҡайы» номинацияһындағы бүләккә лайыҡ булды.
Ейәнсура районынан Наҙгөл Әйүпова – беренсе урын һәм «Иң алсаҡ һылыуҡай» номинацияһында диплом, Балаҡатай районынан Илзирә Әсмәндийәрова – икенсе урын һәм «Тамыр» һылыуҡайы» номинацияһында диплом, Бишбүләк районынан Эльвина Ғәзизуллина өсөнсө урын һәм «Нәзәкәтле һылыуҡай» номинацияһында диплом яуланы.
Республикалағы башҡорт һылыуҡайҙары бәйгеһе быйыл Ғаилә йылына һәм 2020 йылдағы Бөтә донъя Фольклориадаһына арналды. Финалдағы сарала сибәрҙәр матурлыҡтарын, фекерләү һәләтен һәм әҙәби башҡорт теле менән һөйләшеү оҫталығын күрһәтте. Сараны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы менән берлектә Республика халыҡ ижады үҙәге, «Bashkirian Beauty» студияһы ойошторҙо.