Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Апрель 2018, 19:19

Күңелдәрҙә уйылып ҡалды...

Башҡорт гимназия-интернатында онотолмаҫ ижади осрашыу уҙҙыБашҡорт һәм татар гимназиялары уҡыусыларына, Бәләбәй ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына киң билдәле шағир һәм композитор Рәмил Сурағол һәм балалар йорто тураһында киң танылыу алған “Ҡалдырма, әсәй!” повесы авторы Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу бәхете тейҙе. Ҡунаҡтар иҫ киткес матур һәм фәһемле сығыш яһаны, зал тын алмай тыңланы уларҙы.

Башҡорт гимназия-интернатында онотолмаҫ ижади осрашыу уҙҙы
Башҡорт һәм татар гимназиялары уҡыусыларына, Бәләбәй ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына киң билдәле шағир һәм композитор Рәмил Сурағол һәм балалар йорто тураһында киң танылыу алған “Ҡалдырма, әсәй!” повесы авторы Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу бәхете тейҙе. Ҡунаҡтар иҫ киткес матур һәм фәһемле сығыш яһаны, зал тын алмай тыңланы уларҙы.
Алһыу Шәрипова
Башҡорт журналисы һәм яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов 1988 йылда Белорет районының Абҙаҡ ауылында ишле балалы ғаиләлә тыуған. Һигеҙ йәшендә үкһеҙ етем ҡалып, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнгән.
– Бер тапҡыр миңә: ”Айгиз, һин бәхетле кеше! Балалар йортонда йәшәп, ошо хаҡта китап яҙҙың да билдәле булып киттең!” – тинеләр. Был хаҡ. Әммә мин бер кемдең дә бындай бәхетте татыуын теләмәҫ инем. Мин үҙ яҙмышымды бәйән иттем, нәмәлер уйлап сығарырға тура килмәне, – тине ул “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәренең нисек яҙылыуы тураһында һөйләгәндә. Әйткәндәй, Айгиз Баймөхәмәтовтың әлеге автобиографик повесы — иң күп данала баҫылған заманса башҡорт китабы. Байтаҡ телдәргә тәржемә ителгән. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында һәм Х. Намсараев исемендәге Бүрәт драма театрында ошо повесть буйынса спектаклдәр сәхнәләштерелә. 2015 йылда автор Башҡортостандың Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. Йәш авторҙың икенсе китабын – «Әкиәтһеҙ бала саҡ» – билдәле повестың дауамы итеп ҡабул итергә мөмкин.
Айгиз Баймөхәмәтовтың йыл башында ғына өсөнсө китабы донъя күрҙе. Ул “Урам балалары” тип атала һәм унда берәҙәк балаларҙың нисек көн күреүе һүрәтләнә. “Был китабымды етемдәр яҙмышының ни тик-лем әсе булыуын күрһәтеү өсөн түгел, ә балаларҙы ата-әсәләрен яратырға, ата-әсәләрҙе иһә сабыйҙарына күркәм тәрбиә бирергә өндәр өсөн яҙҙым. Ғаиләлә тәрбиәләнеү кеше өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә. Яңы китабым республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына бағышланды”, – тине Айгиз яңы баҫмаһы хаҡында.
Артабан Айгиз уҡыусыларға көтөлмәгән һорау бирҙе: “Кем бөгөн икеле алды?” Бер малай ҡыйыуһыҙ ғына ҡул күтәрҙе. Йәш яҙыусы уны сәхнәгә үҙе янына саҡырып алды һәм, шулай уҡ көтөлмәгәнсә, уға өр-яңы китабын бүләк итте. “Малайҙар һәм ҡыҙҙар, һеҙ мине насар билдә өсөн бүләкләгән тип уйламағыҙ. Юҡ, был уға алдамағаны, ысынды әйткәне өсөн, артабан яҡшы уҡыһын тигән теләктәмен”, – тип бына шулай бик матур итеп өгөт-нәсихәт бирә белде йәш кеше уҡыусыларға. “Мин һеҙҙең менән осрашыуға үҙем менән таныштырыр өсөн түгел, ә бына ошо аралашыуҙан һәр кем үҙе өсөн ниндәйҙер яңылыҡ, яҡшылыҡ алһын өсөн килдем”, – тип мөрәжәғәт итте залда йыйылғандарға.
Айгиз тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләгәндә иһә зал рәхәтләнеп көлдө.
– Бер саҡ дуҫым миңә япон аллаһы Хотэй һынын бүләк итте. Ул – ҙур ҡорһаҡлы, ҙур ҡолаҡлы көлөп торған бабай. “Әгәр теләгеңде әйтеп, өс йөҙ тапҡыр уның ҡорһағын һыйпаһаң, хыялың мотлаҡ бойомға ашасаҡ”, – тип кәңәш бирҙе дуҫ. Һәм мин көн һайын кис өс йөҙ тапҡыр Хотэйҙың ҡорһағын һыйпаным, ҡайһы берҙә яңылышып китеп һәм теләгем теләк кенә булып ҡалыр тип ҡурҡыуҙан был эшемде йәнә ҡабатланым. Тиҙҙән һын ҡарағыһыҙ хәлгә килде, тик мин туҡтаманым. Хыялым ҙур ине шул – университетҡа уҡырға инеү. Күп йылдар үткәс дуҫымды осраттым, һәм ул: “Иҫеңдәме, һиңә Хотэй бүләк иткәйнем? Мин яңылышҡанмын, уны өс йөҙ түгел, өс тапҡыр ғына һыйпарға кәрәк булған”, – тине. Был ваҡытта мин БДУ-ның бишенсе курсында уҡый һәм “Башҡортостан” гәзитендә эшләп йөрөй инем инде. Хәҙер иһә тормошта күп нәмәнең үҙ ихтыяр көсөбөҙгә һәм теләгебеҙгә бәйле булыуын яҡшы аңлайым. Алдығыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйығыҙ һәм бер нигә ҡарамай уларҙы ысынбарлыҡ итергә тырышығыҙ. Хыялланығыҙ, барыһы ла хыялдан башлана!
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, меңдән ашыу йырҙар авторы Рәмил Сурағол да сығышында ошо фекерҙе дауам итте:
– “Мин булдырам!” тигән маҡсат менән йәшәгеҙ. Беҙ уникаль республикала йәшәйбеҙ. Бында күпме таланттар тыуған һәм тыуа. Бөгөн да һеҙҙең арала киләсәктә тыуған республикабыҙҙы күркәм эштәре менән данлаясаҡ шәхестәр ултырыуына иманым камил. Тырышығыҙ, уҡығыҙ, күп телдәр белегеҙ, әммә туған телегеҙҙе онотмағыҙ, онотмағыҙ ғына түгел, уны ҡәҙерләгеҙ, һаҡлағыҙ, тапламағыҙ, үҫтерегеҙ!
Рәмил Сурағоловтың йырҙары халыҡсан, моңло, шул уҡ ваҡытта иҫтә ҡалырлыҡ ябай һәм ихлас булыуы менән әсир итә. Уҡыусылар быға үҙҙәре инанды. Рәмил Мотаһар улы йәш тамашасыларға тормошта иң ҡиммәт байлыҡ – атай йорто, дуҫтар, сәләмәтлек тураһында йырҙарын бүләк итте. Зал аяғүрә баҫып алҡышланы...
Билдәле шәхестәр менән осрашыу илһамландыра, ниндәйҙер яңылыҡ аса, эске донъяңды үҫтерергә ярҙам итә. Башҡорт гимназияһындағы әлеге осрашыу, һис шикһеҙ, шундай булды. Уҡыусылар, уҡытыусылар Айгиз Баймөхәмәтов һәм Рәмил Сурағол менән тиҙ генә айырылышырға теләмәне: автографтар менән китаптар алды, иҫтәлеккә фотоға төштө, тәьҫораттарын уртаҡлашты...
Нәғимә Хәйретдинова, педагогик хеҙмәт ветераны:
– Рәмил Сурағолдоң йырҙарында нисәмә быуын үҫте һәм үҫә. Йырҙары халыҡ йырҙарына әүерелгән билдәле композитор менән шәхсән осрашыуыма шатмын. Айгиз Баймөхәмәтовты бығаса белмәй инем. Ниндәй ихлас, эске донъяһы матур егет! Унан изгелек нуры бөркөлә, ул бөгөн беҙҙең барыбыҙ менән ошо күңел йылыһын бүлеште. Китаптарын ейәндәрем менән бергә мотлаҡ уҡыясаҡмын. Гимназия директоры Дилбәр Фәтхетдиноваға һоҡланғыс кешеләр менән һоҡланғыс осрашыуға шәхсән саҡырыуы өсөн рәхмәтлемен.
Лилиә Шәфиева, 8 Б класы уҡыусыһы:
– Айгиз ағайҙың үҙенең тормош юлы тураһында һөйләүе оҡшаны. Осрашыуҙан һуң уның әҫәрҙәрен уҡыу теләгем артты ғына. Рәмил ағайҙың йырҙары шундай матур... Ғөмүмән, был осрашыу беҙҙең күңелдә уйылып ҡалды.
Читайте нас