Бәләбәй ҡалаһы мәктәп-интернатында XХ "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең муниципаль бәйгеһе үтте
Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырыла килгән бай хазинаһы, ауыҙ-тел ижады өлгөһө булған "Урал батыр" эпосынан өҙөктәрҙе яттан һөйләргә һәм ошо һәм башҡа эпостарҙан өҙөктәрҙе сәхнәләштерергә быйыл район мәктәптәренән 14 команда теләк белдерҙе.
Мәғариф идаралығының мәғлүмәт-методика бүлеге белгесе Светлана Гәрәева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берләшмәһе етәксеһе Тәнзилә Мәүлиева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Әминә Муллағәлиева, Сәлимә Закирова, Ирина Ғиззәтуллина, Яҙгөл Мөхәмәтова ингән абруйлы жюри, сығыштарҙы баһалағанда, конкурста ҡатнашыусыларҙың башҡарыу оҫталығын,тасури уҡыуҙы, ятланған юлдар һанын, рус телле балаларҙың һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеүен, сәхнә биҙәлешен иҫәпкә алды.
Конкурс ике турҙан торҙо. Беренсеһендә ҡыҙҙар һәм малайҙар "Урал батыр" эпосын яттан һөйләне. Бәйгеселәрҙең ныҡлы әҙерлеген әйтеп үтмәү яҙыҡ булыр. Һәр етәксе, һәр бала үҙенсә тырышҡан. Исем өсөн генә сәхнәгә сығыусылар булмауы шатландырҙы. Бәйгенең иң беренсе талабына ярашлы, ниндәй класта уҡыуға ҡарап, эпостан 500-1100 юл һөйләп ишеттерергә кәрәк ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге шартты башҡорт гимназия-интернатының етенсе класы уҡыусыһы Альбина Шәрифуллина ғына (етәксеһе – башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Борисова) үтәне. Һөҙөмтәлә ул 1100 юл һөйләп, иң күп юл ятлаусы, тасуири һөйләүсе сәсән тип билдәләнде һәм Мәғариф идаралығының беренсе дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Шулай уҡ татар гимназияһынан Зарина Будаева (етәксеһе Лилиә Арыҫланова) менән 8-се мәктәптән Радмила Ғабдрафиҡова (етәксеһе Рәмзиә Ғәлиева) грамоталар менән билдәләнде.
Икенсе өлөштә башҡорт халыҡ риүәйәттәре сәхнәләштерелде. Бында ла матур-матур сығыштар ҡарап кинәндек. Бәйгеселәр асылда “Урал батыр” эпосын сәхнәләштерҙе, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосынан өҙөктәр ҙә күрергә насип булды. Йәш артистар оҫта итеп ҡурай-ҡумыҙҙа уйнаны, йөкмәткене асыуҙа үҙенсәлекле табыштар тапҡан, сағыу костюмдар, бай сәхнә биҙәлеше лә булды. Был турҙа ла башҡорт гимназия-интернаты командаһы (етәксеһе Зөлиә Исламова) алдынғылыҡты бирмәне. Бәләбәй ҡалаһының 1-се гимназияһы (Эльвира Камалова, Ирина Ғиззәтуллина) һәм 17-се мәктәбе (Резеда Ғиззәтуллина, Раушания Ғәбитова) коллективтары икенсе урын яуланы. Приют ҡасабаһының 7-се мәктәбе (Сәлимә Закирова), 16-сы мәктәбе (Минзәлә Саҙрыева, Гүзәл Ғәзимова), Мәтәүбаш ауыл мәктәбе (Люциә Вафина) ижади коллективтары өсөнсө урынға сыҡты. Әйтергә кәрәк, мәтәүбаштар ауыл мәктәптәре араһынан ҡатнашҡан берҙән-бер команда булды. Икенсе йыл уҙғарыласаҡ бәйгелә башҡа мәктәптәрҙең сығыштарын күреп булыр тигән ышаныс бар.
Быйылғы бәйгелә Приют ҡасабаһы 16-сы мәктәбенең 9 а класы уҡыусыһы Александр Павловтың эпосты инглиз телендә һөйләп ишеттереүе иғтибарға лайыҡ булды. Үлемһеҙ риүәйәттең сит телдә лә матур яңғырауына шаһит булды йыйылғандар.
Баланы яттан һөйләй белеү маһирлығына өйрәтеп, артислыҡ һәләттәрен үҫтереп, сәхнәгә сығарыу өсөн улар менән шөғөлләнгән уҡытыусыларҙың, әлбиттә, хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур һәм маҡтауға лайыҡ. Рус, сыуаш, татар телле балаларҙы икенсе дәүләт теленә өйрәтеү, ҡыҙыҡһындырыу, өндәрҙе дөрөҫ әйттереү өсөн өҫтәмә күпме көс түгергә кәрәк! Был бер көнлөк һәм бер йыллыҡ хеҙмәт кенә түгел, бында ныҡлы системаға һалынған эш барышын тояһың. Афариндан башҡа һүҙ юҡ уларға! Шулай ҙа был тәңгәлдә эшләнәһе эш байтаҡ. Тәнзилә Ғайсар ҡыҙы сара аҙағында уҡытыусылар алдында сығыш яһап, ниндәй мәлдәргә күберәк иғтибар бүлергә кәрәклегенә туҡталды. Мәҫәлән, музыкаль биҙәлеш ҡулланғанда, беҙгә көнсығыш көйҙәренә ҡарағанда, ниңә үҙебеҙҙең халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирмәҫкә; башҡорт бейеүҙәренең үҙенсәлектәрен тәрәнерәк өйрәнеү ҙә ҡамасауламаҫ ине. Шулай ҙа ҡобайыр башҡарыусылар, сәсәндәр мәктәбен үҫтереү, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу маҡсатында ойошторолған йәш сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн уҡытыусыларҙың балалар менән халҡыбыҙҙың оло ҡомартҡыларының береһе – “Урал батыр” эпосын уҡыуы һәм өйрәнеүе, уларҙа рухи ҡиммәттәребеҙгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам уята алыуы үҙе үк оло еңеү, ҙур мәртәбә.