Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Май 2018, 12:10

Ғаилә тәрбиәһен – мираҫҡа

Халыҡ комиссары ҡыҙы ғүмере буйы атаһының исеменә тап төшөрмәй

Халыҡ комиссары ҡыҙы ғүмере буйы атаһының исеменә тап төшөрмәй
Эра Ғимаҙ ҡыҙы Мөхәмәтшина – 1938 йылда репрессияға алынған һәм атылған БАССР халыҡ комиссары Ғимаҙ Йыһангир улы Йәһүҙиндең ҡыҙы. Ул саҡта Эраға биш йәш кенә була. Атаһы артынан әсәһе Ҡәфиә Ямалетдин ҡыҙын да ҡулға алалар һәм биш йылға лагерға оҙаталар. Ҡыҙҙы хатта бер туған ағайҙары – Шамил һәм Ридтән дә айыралар, уларҙы балалар йортона тапшыралар. Ә уны, бер үҙен, Бәләбәй районының Туҙлыҡуш ауылына олатаһы Йыһангир Әбүталип улы менән өләсәһе Хәтирә Мофаздал ҡыҙы ҡарамағына оҙаталар.
Ауылдаштары эшһөйәр Ғимаҙҙы яҡшы белә һәм ихтирам итә, шуға уның бәләкәй ҡыҙына һәр төрлө ярҙам күрһәтергә тырыша.
– Ниндәй һирәк исем – Эра! – тип һоҡлана улар.
Был исемде уға атаһы ҡуша. 1932 йылда Ғимаҙ Йәһүҙиндең туранан-тура етәкселегендә һәм ҡатнашлығында Ишембай нефте урғыла. Ғимаҙ Йыһангир улы, хеҙмәтсәндәр алдында сығыш яһап, Башҡортостанда “ҡара алтындың” яңы дәүере (эра) башланды, ти, һәм ошо уңайҙан, 1932 йылдың 10 сентябрендә тыуған ҡыҙына Эра тип исем бирә. Һәм яңылышмай. Аҡыллы, зирәк ҡыҙ тәүҙә Туҙлыҡуш урта мәктәбендә 6 класты “бишле” билдәләренә генә тамамлай, артабан уҡыуын Бәләбәй ҡалаһының 1-се мәктәбендә дауам итә.
Барлыҡ йәмәғәт эштәрендә башлап йөрөһә лә, “халыҡ дош-маны ҡыҙы” тамғаһы уны һәр ерҙә һағалай.
Бына йөҙләгән миҫалдарҙың береһе: ул комсомол сафына өс тапҡыр инә. Уға инергә “блат” буйынса атаһының дуҫы, райком секретары М.Ф. Фәйзуллин ярҙам итә.
Башҡа туғандары кеүек, Эра Ғимаҙ ҡыҙы ла артабан тормошон педагогика менән бәйләргә – уҡытыусы булырға хәл итә.
1955 йылда ул Башҡорт дәүләт пединститутының сит телдәр факультетын уңышлы тамамлай һәм Ҡандра ауылына йүнәлтмә буйынса инглиз теле уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә. Эшенә ижади ҡарай, йәмәғәтселек эшмәкәрлеген киң йәйелдерә. Комсомолдың район комитеты бюроһы ағзаһы, уҡыусылар һәм уҡытыусылар комсомол ойошмаһы комсоргы була. Оҙаҡламай нефтсе Сабир Мөхәмәтшингә кейәүгә сыға, һәм 1958 йылда ғаилә Приют эшселәр ҡасабаһына күсенә.
Йәш педагог бында 4-се мәктәптә белгеслеге буйынса эшен дауам итә. Күп башланғыстарҙың инициаторы була, “Уҡытыусы булырға хыялланам” түңәрәген ойоштора, унда ҙур төркөм уҡыусыларҙы йәлеп итеүгә өлгәшә. Һөҙөмтәлә түңәрәктең ике сығарылышынан алты бала уҡытыусы һөнәрен һайлай. Ә 50 йыл педагог эшмәкәрлегендә уларҙы һанап бөткөһөҙ!
Эра Мөхәмәтшинаның уҡыусылары беҙҙең генә түгел, донъяның күп илдәрендә уҡыта.
Приютта ул беренсе тапҡыр ҡала советы депутаты итеп һайлана, ҡасабала ата-әсәләр институтына оҫта етәкселек итә.
7-се мәктәпкә эшкә күскәс, Э.Ғ. Мөхәмәтшина дәрестәрен методик камиллыҡ кимәленә күтәрә. Дәрестәрҙең һәр минуты тәрән уйланылған була. Был индивидуаль эш тә, тел мөхитен әүҙемләштереү ҙә, уй-фекер йөрөтә белеүҙе үҫтереү ҙә, сит һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнеү ҙә һ.б. була. Уның инглиз теле кабинеты ҡалала иң яҡшыһы тип табыла. Бер юлы ул интернациональ дуҫлыҡ клубы эшмәкәрлеген дә киң алып бара.
Фән айлыҡтары даими үткәрелә, улар теоретик конференцияларҙы, тематик кисәләрҙе, мәктәп олимпиадаларын, конкурстар, радиотапшырыуҙарҙы үҙ эсенә ала, махсус стена газеталары, альбомдар, стендтар сығарыла, экскурсиялар, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар уҙғарыла. Күп яҡлы эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә 7-се урта мәктәп микрорайонда тәрбиәүи эш үҙәгенә әүерелә. Өҫтәүенә кластан һәм мәктәптән тыш тәрбиә эшен ойоштороусы булараҡ, Эра Ғимаҙ ҡыҙы йәйен “Спартак” совхозы базаһында хеҙмәт лагеры, мәктәп ҡарамағында пионерҙар лагеры ойоштора.
Оҙаҡ йылдар ул инглиз теле уҡытыусыларының ҡала методик берләшмәһенә етәкселек итә, йыйылыштарҙа докладтар менән сығыш яһай, даими рәүештә асыҡ дәрестәр уҙғара, педагогик тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Йәш педагогтарҙы үҫтереүгә ярҙам итә.
Бер юлы Э.Ғ. Мөхәмәтшина иҫ киткес ҙур йәмәғәт эшмәкәрлеген алып бара: ҡала советы депутаты, Приют халыҡ суды ултырышсыһы, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ағзаһы, 7-се мәктәп ата-әсәләре өсөн университет ректоры, йәмәғәт инспекторы һәм ҡала бүлеге ҡаршыһында аттестация комиссияһы ағзаһы, КПСС-тың Бәләбәй ҡала комитеты ҡарамағында штаттан тыш мәктәп бүлеге ағзаһы һ.б. була.
1978 йылдан 1988 йылға тиклем Эра Ғимаҙ ҡыҙы Бәләбәй ҡала халыҡ мәғарифы бүлегенә етәкселек итә. Тиҙ арала ул аппарат эшмәкәрлеген тейешле кимәлгә күтәреүгә өлгәшә. Уға эшһөйәр, яуаплы, талапсан, эрудициялы, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, киң күңелле булыуы, эшкә ижади ҡарауы, уҡытыу-тәрбиә эшен яҡшы белеүе, педагогик коллективтар араһында юғары абруйы һәм йөҙөп эшләү теләге ярҙам итә.
Уның оҫта етәкселек итеүе арҡаһында уҡыу ойошмаларының матди базаһы нығытыла, яңы мәктәптәр төҙөлә.
Мәғариф учреж-дениеларының барыһында ла уҡыусылар өсөн ҡайнар туҡланыу ойошторола, ашханалар эшләй башлай. Башланғыс хәрби әҙерлек һәм спорт базаһын нығытыуға айырым ииғтибар бүленә. Бөтөн мәктәптәрҙә лә тирҙар, спорт комплекс-
тары асыла. Интернат тибындағы учреждениеларҙа ярҙамсы хужалыҡтар булдырыла. Был учреждениеларҙа уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү өсөн шефлыҡ предприятиелар менән бәйләнеш нығытыла.
Барлыҡ ҡала мәктәптәрендә кабинет системаһы эшләй башлай.1986 йылға199 уҡыу кабинетына аттестация үткәрелә һәм 104 кабинет (52,3%) паспортлы була, шул иҫәптән лингафон кабинеттары.
Мәғариф бүлеге эшмә-кәрлегендә аппараттың күсмә кәңәшмәләре, контроль-оператив тикшереүҙәр үткәреү, педагогтар менән осрашыу, производство кәңәшмәләре уҙғарыу, етәкселәр менән даими аралашыу ныҡлы урын ала.
Уҡытыусы һөнәренә маҡсатҡа ярашлы һөнәри йүнәлтелгән эш алып барылыуы һөҙөмтәһендә сығарылыш уҡыусылары иҫәбенә мәктәптәр педагогик кадрҙар менән тәьмин ителә. Һөҙөмтәлә мәктәптәр 214 педагог “үҫтереп” сығара – был уҡытыусылар составының 50 проценттан ашыуы. Шул уҡ ваҡытта педагогик кадрҙарҙың сифаты күҙгә күренеп яҡшыра. Һөҙөмтәлә 1986 йылда республика методик эш смотры йомғаҡтары буйынса Бәләбәй ҡалаһы икенсе урын яулай. 2, 3, 6, 7-се мәктәптәрҙә, балалар йортонда 7 мәктәп музейы асыла. Уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәре нигеҙендә, улар мәктәптән тыш учреждениеларҙың эшмәкәрлеген йәнләндерергә ярҙам итә, уҡыусыларҙы түңәрәктәргә йәлеп итеү һаны арта.
Тынғыһыҙ хеҙмәткәр, тиҫтәләгән алдынғы башланғыс инициаторы, ижади шәхес Эра Ғимаҙ ҡыҙы Мөхәмәтшинаның педагогик стажы 50 йылдан ашыу!
Хаҡлы ялға ул 73 йәшендә генә китә, пенсияға сыҡҡандан һуң тағы 18 йыл эшләй!
Ил һәм республика етәкселеге Э.Ғ. Йәһүҙина-Мөхәмәтшинаның хеҙмәтен юғары баһалай. Ул – РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, РСФСР һәм БАССР халыҡ мәғарифы министрлыҡтарының күп грамоталары менән бүләкләнгән.
Бөгөн дә, 86 йәшен ваҡлағанда, ул ҡул ҡаушырып ултырмай, ҡала һәм райондағы ваҡиғалар уртаһында ҡайнай, “Белебеевские известия” газетаһында әүҙем нәшер ителә, ә буш ваҡытында күңеле ижадҡа тартыла. Ул атаһы Ғ.Й. Йәһүҙиндең ике китабын – 1932 һәм 1936 йылдарҙа Башҡорт китап нәшриәтендә донъя күргән “Хикәйәләр” һәм “Ҡанлы көндәр” – яңынан баҫтырып сығара. Үҙенең яҙмышы, атаһы, ҡатмарлы репрессия йылдары, ғаиләһе тураһында өс китап яҙа: “Үткәндәрҙе барлап”, “Йөрәк ҡушыуы буйынса”, “Ғаиләмдең иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәре”. Был легендар халыҡ комиссары ҡыҙының бар булмышы менән атаһының НКВД төрмәләрендә тартып алынған изге идеяларын бойомға ашырыуы тураһында һөйләй.
Камил Фазлетдинов,
БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бәләбәй районының почетлы гражданы
Редакциянан.
Өләсәһенең 85 йәшенә ейәне Вадим 85 роза һәм француз хушбуйы бүләк иткән! Тимәк, ул улдарына һәм ейәндәренә дөрөҫ тәрбиә биргән. Юҡҡа ғына ул: “Бәхетле ҡартлыҡ – ул дөрөҫ тәрбиәләнгән балалар!” – тип ҡабатламай.
Йәһүҙин-Мөхәмәтшиндәрҙең эраһы – дәүере дауам итә...
Читайте нас