Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Май 2018, 13:28

Ғүмереңдә бер яратыу Үҙе бер ғүмер һымаҡ...

Филзә Әйүп ҡыҙы менән Тәлғәт Хәмәй улы Бикбулатовтар бына 70 йыл бергә-бергә бәхетле ғүмер итә

Әнисә Ғәҙелшина
Күренекле дата менән уларҙы Бәләбәй районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы Динара Мофазалова ҡотланы. Ул бәхетле ҡарттарға ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләне, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Тәлғәт Хәмәй улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Филзә Әйүп ҡыҙы – тыл хеҙмәтсәне. Улар икеһе лә тыумыштары менән Шишмә районынан. Ғаилә башлығын беҙҙең районға “Глуховская” шифаханаһын төҙөргә ебәрәләр, бында улар икенсе тыуған яғын таба.
Яҙмыштары еңел булмай уларҙың. Һуғыш башланғанда, Филзәгә 16 йәш була. Атаһын шунда уҡ фронтҡа алалар, башҡаса уны күрергә насип булмай – 1944 йылда ҡара ҡағыҙ килә. Әсәһе биш бала менән ҡала. Атайҙары фронтҡа киткәндә кеселәренә ни бары ике ай тула. Филзә ғаиләлә баш бала булғанлыҡтан, һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙың бөтөн ауырлығы уның иңенә төшә. Әсәһенә ҡусты-һеңлеләрен аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә.
Бер осраҡ уның хәтерендә уйылып ҡалған. Бәләкәй генә сибек ҡыҙҙы әхирәттәре менән бергә Удмуртияға торф сығарырға ебәрәләр. Унан улар үҙҙәре ҡайта. “Туғыҙ көн һәм төн йәйәү ҡайттыҡ: асбыҙ, һалҡындан теш-тешкә теймәй”, – тип күҙҙәренә йәш тулып иҫкә ала Филзә апай ул ҡурҡыныс ваҡытты.
Мәктәпте тамамлағас, Тәлғәт Свердловскиға институтҡа уҡырға инергә китә, әммә һуғыш егеттең яҙмышын үҙенсә хәл итә. Ул Свердловск хәрби училищеһының ашығыс курстарын тамамлай һәм өлкән лейтенант званиеһында фронтҡа китә. Бер алышта ҡаты яралана. Һушһыҙ һалдат әсирлеккә эләгә. Ҡанға батҡан йәш лейтенантты фашистар һарайға ташлай. Ул унда 12 сәғәт ята, шулай ҙа иҫән ҡала. Концлагерға оҙаталар. Яраһы әкренләп уңала, әммә ярсыҡ тәнендә ҡала. Ике тапҡыр ҡасырға маташа, өс тапҡыр атыр өсөн стенаға терәйҙәр (һәр көн әсирҙәрҙе сафҡа теҙеп, айырым бер иҫәп буйынса бер нисә кешене аталар), һәм һәр саҡ үлем уны ситләп уҙа.
Тәлғәттең атаһы бер көндө ике улына ҡара ҡағыҙ ала. Бер улы тыуған яҡтарына ҡайта алмай, ә бына Тәлғәте ҡайта, совет ғәскәрҙәре әсирҙәрҙе концлагерҙан азат итә.
– Иремдән уңдым, әйтәһе лә түгел! – ти Филзә Әйүп ҡыҙы. – Шул тиклем эшһөйәр, тырыш, холҡо ла тыныс, мине лә, балаларҙы ла үлеп яратты. Өйләнешкәнсе бер-беребеҙҙе белмәй инек, таныштырҙылар беҙҙе. Тәүҙә оҡшаманы: оҙон буйлы, етмәһә ерән сәсле. Күндерҙеләр, ризалығымды бирҙем. Ҡулға ҡул тотоноп, оҙон ғүмер юлы үттек беҙ. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлайбыҙ. Уға нәмә кәрәген алдан белеп торам. 70 йыл ғүмер эсендә бер бөтөнгә әүерелдек.
Бикбулатовтар дүрт бала: өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Әле туғыҙ ейәндәре һәм ун бүләләре бар. “Ғаиләлә әсәй командир, 93 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, барыһын үҙе эшләй: ашарға ла бешерә, йыйыштыра ла, атайҙы ла ҡарай. Ә нисек тәмле бешерә ул! Атай кеүек яҡшы кеше юҡ донъяла! Ул беҙҙе бер ҡасан да әрләмәне, уны ихтирам иттек һәм һүҙенән сыҡманыҡ”, – тип һүҙгә ҡушыла ҡыҙҙары Луиза. “Балаларыбыҙ яҡшы кешеләр булып үҫте. Ейәндәребеҙ ҙә аҡыллы, тәүфиҡлы. Үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәйҙәр, бер-береһенә ярҙам итәләр. Улар араһында нефтселәр, иҡтисадсы, бухгалтер, эшҡыуарҙар бар...” – тип балалары һәм ейәндәре менән ғорурланып һөйләй Филзә апай.
70 йыл бергә ғүмер иткәндәр икенсе гәүһәр туйҙарын билдәләй. 70 йыл аҙ ғүмер түгел. Бикбулатовтарҙың татыу ғаиләһе нигеҙ һалыныуына тап шул тиклем ғүмер үткән. Был ғаилә бөтөн тормош ауырлыҡтарын лайыҡлы үткән, улар бер-береһенә булған һөйөүҙе һаҡлап ҡалған, нығытҡан. Унда бер-нисә быуын балалар, ейәндәр һәм бүләләр үҫкән. Ошолар – ҡартлыҡты яҡын кешең менән ҡәҙер-хөрмәттә ҡаршы алыу үҙе бәхет түгелме? Бергә татыу йәшәү сере нимәлә тигән һорауға, улар бер икеләнеүһеҙ мөхәббәттә һәм сабырлыҡта, бер-береңде ихтирам итеүҙә, тип яуаплай.
Читайте нас