Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Май 2018, 12:01

Йөрәк йылыһы менән бүлештеләр...

“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә Башҡорт ижтимағи үҙәгенең “Яҙғы моңдар” тип исемләнгән отчет концерты уҙҙы

“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә Башҡорт ижтимағи үҙәгенең “Яҙғы моңдар” тип исемләнгән отчет концерты уҙҙы
Алһыу Шәрипова
Быйыл да ижади имтиханды үҙәк коллективы уңышлы тапшырҙы. Сәхнәнән үҙешмәкәр артистар башҡарыуында мөхәббәт, дуҫлыҡ, яҙ тураһында халыҡ һәм популяр эстрада йырҙары, шаян шиғырҙар, көй-моңдар ағылды. Ҡала һәм район халҡы яратып өлгөргән “Ләйсән” башҡорт йыр ансамбле солистары Нәфисә Суфиева, Миңзифа Вилданова, Рауил Йәнсурин, Римма Вәхитова, Гөлшат Дәүләтбаева һ.б. дәртле һәм һалмаҡ йырҙары аша тамашасылар менән йөрәк йылыһын бүлеште. “Аҡтаныҡ” квартеты “егеттәре” (Эдуард Егоров, Ришат Әмиров) һәм “ҡыҙҙары”ның (Миңзифа Вилданова, Гөлшат Дәүләтбаева) сығышы ла дәррәү алҡыштарға күмелде. Баянсы Роберт Шәйхуллиндың, Эдуард Агишев етәкселегендә “Дарман” ҡурайсылар ансамбле милли көйҙәр уйнап, күңелдәрҙе берсә елкендерҙе, берсә моңландырҙы. Альбина Ғәлиуллина башҡарған бейеүҙәр ҙә бер кемде битараф ҡалдырманы. Концертты алып барыусы Айгөл Ғәлиуллина һәр сығышты шиғри юлдар менән “биҙәп” йәнле, ихлас алып барҙы.
Кисәгә саҡырылған ҡунаҡтар ҙа – Башҡорт гимназия-интернатының “Һылыуҡай” (етәксеһе Римма Фәхретдинова), “Дуҫлыҡ” (Нәзирә Фәрхетдинова), “Дарман” (Зөлиә Исламова) ансамблдәре – сағыу сығыштары менән шатландырҙы. Һәр номерҙың еренә еткерелеп башҡарылыуы һоҡландырҙы, ғорурландырҙы. Йәш артистарҙың дәрт-дарманы тамашасыларға ла күсмәй ҡалманы. Бөтөн зал улар әҙерләгән флешмобҡа дәррәү ҡушылды.
Кисә аҙағында “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәге директоры Людмила Джима барыһына ла яңы ижади уңыштар теләне, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, йолаларын, телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн ҙур бер төркөм үҙешмәкәр артистарға, йәш таланттарға һәм уларҙың етәкселәренә почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Читайте нас