“Ғүмер юлымда яҡшы кешеләр менән осраштырғаны өсөн яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Һоҡланғыс кешеләр, улар хаҡында китап яҙырға мөмкин... Уларҙың тормош тарихы – ул беҙҙең ил тарихы, быуындар тарихы. Бына шундай кешеләрҙең береһе – Исмәғил ауылында йәшәүсе Ревмер Гәрәй улы Арыҫланов тураһында һөйләгем килә.
Ул кешелекле, изге күңелле, һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Был сифаттар унда бәләкәйҙән, алыҫ һуғыш йылдарында ҡалған бала сағынан сүкелгән. Һуғыш уларҙың да ғаиләһен ситләтеп уҙмай: атаһы, Гәрәй Сәйетгәрәй улы, ҡатыны Нәғимәне алты балаһы менән яңғыҙын ҡалдырып, 1941 йылда һуғышҡа китә.
Ревмер Гәрәй улының, ул был саҡта бәләкәй була әле, бәхетле бала сағына нөктә ҡуйыла. Әсәһенә, колхозға ярҙам итергә кәрәк була, өлкәндәр менән бергә эшләй ул. Аттар көтә, урмандан утын ташый, бесән әҙерләй, баҫыуҙа бил бөгә. Һәм ҡурҡыныс һуғышта хәбәрһеҙ юғалған атаһын көтә... Көндәр, айҙар, йылдар көтә... Аңы менән аңлаһа ла, йөрәге менән ҡабул итә алмай, өмөт менән көтә – кем белә, мөғжизә булыр ҙа, атаһы иҫән ҡайтыр...
Тормош үҙ яйы менән бара. 18 йәшендә Ревмер Арыҫланов Совет Армияһы сафына алына һәм, өс йыл хеҙмәт итеп, тыуған яғына ҡайта. Артабан, механизаторҙар мәктәбен тамамлап, тракторға ултыра һәм намыҫ менән колхозда эшләй башлай.
Ул күп ярыштарҙа ҡатнаша, ә “1973 йылдың иң яҡшы ер һөрөүсеһе” ярышында йылдың иң яҡшы тракторсыһы булып таныла. Фиҙакәр хеҙмәте һәм һөнәри ҡаҙаныштары өсөн бер нисә тапҡыр почет грамоталары менән бүләкләнә, шул иҫәптән Башҡортостан Юғары Советы Президиумынан. “Хеҙмәттә айырылғаны өсөн”, “Биш йыллыҡ ударнигы”, “Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн” миҙалдарына лайыҡ була...
Йәшләй осратып, ғүмерлеккә яратҡан ҡатыны Асия Фәрит ҡыҙы менән бына 54 йыл иңгә-иң терәп бергә йәшәйҙәр. Асия апай Чапаев исемендәге колхозда һауынсы булып эшләгән. Бергә өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Арыҫлановтар – һоҡланғыс кешеләр, уларҙан йылылыҡ, изгелек, һөйөү һәм бәхет нуры һирпелә! Улар менән хаҡлы ғорурланырға була!”