Яңы закон проекты Министрҙар кабинеты тарафынан хупланған һәм яҡын арала Дәүләт думаһына тикшереүгә сығарыла.
Яңы, 2019 йылдан башланасаҡ яңы реформаның күсеү осоро ярайһы оҙон. Ул 2028 йылда ир-аттарға 65 йәштә һәм 2034 йылда ҡатын-ҡыҙҙарға 63 йәштә хаҡлы ялға сығыу менән тамамланасаҡ. Йәш йыл һайын яртышар йылға арттырыласаҡ. Беренсе арттырыуы 1959 йылғы ирҙәргә һәм 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Улар 2020 йылда пенсияға сыға аласаҡ, уларға 61 һәм 56 йәш буласаҡ. Артабан – 2022 йылда 1960 йылғы ирҙәр, 1965 йылғы ҡатындар пенсияға сыға (уларға 62 һәм 57 йәш тулғанда). Һәм артабан ошо схема буйынса – 2028 һәм 2034 йылдарға тиклем.
Пенсия йәше ни өсөн арттырыла?
Быға тиклем пенсияға ирҙәр 60 йәштә һәм ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәштә сыҡты. Был күрһәткестәр төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренә ҡарағанда, “икенсе илдә һәм икенсе дәүерҙә” билдәләнгән. Бөгөн иһә кешеләр, эш биреүселәр һәм йәш цензының ҡаршы килеүе менән “осрашып”, оҙағыраҡ эшләү әүҙемлеген һаҡлай. Яңы система квалификациялы кадрҙарҙы мөмкин тиклем оҙағыраҡ һаҡларға, тимәк, иҡтисадты һәм йәшәү сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.
Премьер-министр Дмитрий Медведев пенсия – оло йәштәге граждандарҙың матди хәлен – арттырыу инфляцияны уҙырға тейеш, тип белдерҙе. Был президент ҡуйған төп бурыс. Шуға тормоштоң эш ваҡытын оҙайтыу иҡтсиади проблеманы хәл итеүҙә мөһим звено. Пенсия түләүҙәре суммаһы һалым түләүселәрҙең өҫтәмә аҡсаһы иҫәбенә артасаҡ. Был ҡарарҙар күптән өлгөрҙө. Рәсәй – иң һуңғыларҙан булып Европа һәм элекке БДБ илдәре араһында пенсионерҙарҙың йәш планкаһын күтәргән ил.
Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова:
– Пенсия йәшен әкренләп күтәреү – иҡтисади аҡланған сара. Элекке йәш – 55 һәм 60 – уҙған йөҙйыллыҡтың 20-се йылдары аҙағында ҡабул ителгән, ул саҡта ғүмер оҙонлоғо 43 йәш тәшкил иткән! Уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәшкә еткәндә, пенсионер йәше артыуы дөрөҫ. Әле пенсионерҙарҙың күбеһе хаҡлы ялға сыҡҡас та эшен ташламай. Әүҙем оҙон ғүмер һәм уға йүнәлтелгән стратегия көнүҙәк темаға әүерелде. Яңы реформа ҡабул ителеү менән эш биреүселәр, предприятиеларҙа квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡлап, “йәшерәк” хеҙмәткәрҙәр эҙләмәйәсәк.РФ премьер-министры ҡушыуы буйынса эшкә бер ҡаршылыҡһыҙ урынлаштырыуҙы РФ Роструды күҙәтәсәк.
Хаҡлы ялға сыҡҡандарға реформа ҡағылмай. Уларҙың пенсиялары йыл һайын уртаса бер мең һумға артасаҡ. Шулай уҡ биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләрҙең, зарарлы һәм/йә хәүефле производствола эшләгәндәрҙең, беренсе төркөм күҙ ауырыуҙары һәм хәрби травма алған инвалидтар, бала саҡтан инвалидтар, чернобылдәр һәм башҡа категория граждандарҙың ваҡытынан алда сығыу буйынса пенсияларына льготалар һаҡланасаҡ. 40 һәм 45 йыл эшләгәндәр (ҡатындар һәм ирҙәр) ялға ике йылға алдараҡ китәсәк.
Социаль һорашыуҙар күрһәтеүенсә, рәсәйҙәр яңы реформаны һағайып ҡабул иткән. Яңы үҙгәрештәр нәмә килтерер – уныһын ваҡыт күрһәтер.
Наталья Крылова, Бәләбәй районында Рәсәй Пенсия фонды идаралығы етәксеһе:
– Рәсәй – үҙ үҙенсәлектәре булған ил. Яңылыҡ индерелгәнгә тиклем ул Дәүләт думаһы, Рәсәйҙең алдынғы иҡтисадсылары һәм социологтары тарафынан тикшерелә. Пенсия йәшен арттырыу мәсьәләһе менән бергә башҡа көнүҙәк проблемалар ҙа, атап әйткәндә, бөтә категория пенсионер-льготаға эйә булғандарға ағымдағы түләүҙәр ҙә ҡаралыр, тип ышанғы килә, сөнки социаль тәьмин итеү проблемаһын комплекслы саралар менән генә хәл итергә мөмкин.
Пенсия йәшен күтәреү тураһында бәләбәйҙәр нимә уйлай?
Наталья һәм Павел Тюневтар, 44 йәш, “Бәләбәй “Автонормаль” заводы” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре:
– Реформаға шикләнеп ҡарайбыҙ. Оло йәштә ҙур предприятиеларҙа эшләү ауыр. Үҙгәреш офистарҙа эшләгән, аҡыл хеҙмәте менән мәшғүл булған кешеләргә уңайһыҙлыҡ тыуҙырмаҫтыр, бәлки.
Мәсғүт Хәмиҙуллин, 55 йәш, шәхси эшҡыуар:
– Пенсия – алыҫ офоҡ. Реформа ҡабул ителгәс, ул тағы ла алыҫайҙы. Хатта яҡын киләсәккә нәмәләр планлаштырыу бик ҡатмарлы. Яҡшыға өмөтләнәйек!
Олег Гузенко, 49 йәш, уҡытыусы:
– Тәжрибәле һәм ҙур стаж туплаған кешеләрҙең артабан йәш белгестәр менән оҫталыҡ серҙәрен бүлешә алыуы һоҡланғыс. Был йәһәттән Хөкүмәт ҡарарын ыңғай ҡабул итәм.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдары
һәм интернет-ресурстар буйынса Анна Лапина әҙерләне