Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Июнь 2018, 16:41

Булмышында милләт һәм тел ғәме

Иң абруйлы, хөрмәтле, әммә шул уҡ ваҡытта ғәйәт яуаплы, ҡатмарлы һөнәрҙәрҙән булған уҡытыусы эшенә ғүмерҙәре буйы тоғро ҡалған, һайлаған хеҙмәт юлында ҙур уңыштарға өлгәшкән педагогтар айырыуса һоҡландыра, тәрән ихтирам тойғоһо уята. Шундай уҡытыусыларҙың береһе Бәләбәй ҡалаһының 8-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әминә Мөхәммәт ҡыҙы Муллағәлиеваның мәктәптә фиҙакәр эшләүенә 25 йыл тула.

Бишбүләк районының Айыт ауылында тыуып, Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алған Әминә тыуған районында эш башлай. Рус теленән дә, татар теленән дә уҡытырға тура килә йәш белгескә. Артабан яҙмыш елдәре уны ғаилә хәле менән дә, эше менән дә Бәләбәйгә беректерә. Бында уға башҡорт телен үҙләштерергә тура килә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, белем биреү генә түгел, милләткә мөхәббәт, мең йыллыҡ тарихы булған башҡорт халҡы менән ғорурланыу хисе тәрбиәләү ҙә йөкмәтелә. Ул төрлө милләт балаларына республикабыҙҙың икенсе дәүләт телен уҡытыу нескәлектәре тураһында ишетеп кенә белмәй. Бөгөн был тәңгәлдә ярайһы ҙур тәжрибә туплаған педагог инде ул.
“Буласаҡ һөнәрҙе һайлауҙа әсәйем Фатима Кинйәбыҙ ҡыҙы өлгө булды. Әсәйем үҙе лә БДУ-ла уҡыған һәм 42 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы”, – тип һөйләй Әминә Мөхәммәт ҡыҙы. Әйткәндәй, уның үҙенең ҡыҙы Ынйы ла ошо уҡ вузды тамамлаған. Шулай итеп өс быуын “ҡыҙҙар” был юғары белем йортонда лайыҡлы белем алыуға өлгәшкән. Ҡыҙының бөгөнгө көндә Мәскәүҙә Останкино телевизион үҙәгендә уңышлы эшләп йөрөүе менән ғорурланып бөтә алмай. Улы Булат иһә 1-се гимназияла 10-сы класты тамамлаған. Кем белә, бәлки, ул да киләсәктә БДУ-ны һайлар.
Әүәл ололар балаларҙың зирәклегенә баш сайҡап: “Хәҙер балалар институт тамамлап тыуа”, – ти торғайны. Ә бөгөнгө ҡыҙҙар һәм малайҙар? Улар тураһында әйтергә лә түгел! Юғары технологиялар заманына нисек тиҙ яраҡлаша белә был “ахырзаман балалары”! Уҡытыусыға бындай шарттарҙа тағы ла күберәк белергә, уларҙан алда барыһына төшөнөргә, даими эҙләнергә кәрәк. Шуға Әминә Мөхәммәт ҡыҙы БР Мәғарифты үҫтереү институтында белемен камиллаштырыу курстарын ҡалдырмай. “Һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыу ҙа, күп көс талап итһә лә, үҙең өҫтөндә эшләү, белем даирәһен киңәйтеү өсөн яҡшы сәбәп”, – ти ул. М. Кәримдең, З. Биишеваның юбилейҙары уңайынан нәшер ителгән йыйынтыҡтарҙа мәҡәләһе, дәрес сценарийы донъя күргән. Әйтеүенсә, уның үҙенә күптән китап ене ҡағылған, уҡымаған әҫәре ҡалмағандыр.
Шулай ҙа уҡытыусыны шатландырған һәм, әйтергә кәрәк, уның эш һөҙөмтәһен асыҡ сағылдырған күрһәткестәрҙең береһе – ул уҡыусыларының ҡаҙаныштары. Ә уларҙың уңыштары ысынлап та күп. Әминә Мөхәммәт ҡыҙы уҡыусыларында ваҡытлы матбуғатҡа ҡарата һөйөү уята алған. Уның етәкселегендә балалар “Аҡбуҙат” республика журналы редакцияһы ойошторған төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Урындағы газета менән дә бәйләнеште өҙмәйҙәр – мәҡәләләре, һүрәттәре “Ынйылар” битендә баҫыла. Бөтә Рәсәй, республика, ҡала-район олимпиадаларында, конкурстарҙа ҡаҙаныштары һанап бөткөһөҙ. Ә һәр был уңыш нигеҙенә тынғы белмәҫ остаздың күпме хеҙмәте, тырышлығы, йоҡоһоҙ төндәре һалынғанын ул үҙе генә беләлер.
– Һәр бала талантлы, уны аса, үҫтерә белергә генә кәрәк. Күп нәмә ғаилә тәрбиәһенә бәйле, шул иҫәптән тел мәсьәләһе лә. Быуаттар буйына һаҡланып килгән телебеҙҙе артабан үҫтереү, һаҡлау – беҙҙең, башҡорт теле уҡытыусыларының бурысы. Ә был бөгөн бик-бик ҡатмарлы. Берҙәмлектә – көс, беҙ бергә генә был бурысты күтәрә һәм үтәй аласаҡбыҙ, тип уйлайым”, – ти милләт һәм тел ғәме менән эшләгән, йәшәгән Әминә Мөхәммәт ҡыҙы.
Шәхси тормошонда ла уның барыһы ла тәртиптә. “Ғаиләм – ҡәлғәм, таянысым. Ҡала ситендә баҡсабыҙ бар, унда сәскәләр үҫтерәм, әле ирем менән мунса ла һалабыҙ унда”, – ти ул, йәйге ялын түҙемһеҙлек менән көтөп.
Яңы уҡыу йылын яңы дәрт-дарман менән башлау өсөн ҡояштан, йәйҙән нур алып, көс туплап килергә яҙһын уға.
Алһыу Шәрипова
Читайте нас