Хеҙмәт итәсәк урынға оҙатыр алдынан республика йыйылыу пунктында Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре сафына оҙатыуға бағышланған тантаналы митинг уҙҙы. Хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы Үҙәк хәрби округ инспекторы генерал-майор Владимир Трофимов тәбрикләне. Ул хәрби фәнде өйрәнеү еңел түгел, шуға күрә хеҙмәттә ныҡлы дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү мөһим, тип билдәләне.
Башҡортостанға 2018 йылдың яҙында армияға 5000 кеше ебәреү заданиеһы бирелгән. Яҙғы саҡырылыш 1 апрелдә башланды, 15 июлгә тиклем барасаҡ. Саҡырыу планы буйынса Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондарынан Рәсәй армияһына 112 егет оҙатыласаҡ. Бөгөнгә хәрби хеҙмәт уҙыу өсөн 67 егет киткән.