Һәр бите матур итеп биҙәлгән, лирик заставкалар ҡуйылған йыйынтыҡ Бәләбәй мәғлүмәт үҙәге типографияһында баҫылған. Күләме – 120 бит, тиражы – 250 дана.
Был китап – авторҙың күп йыллыҡ ижади хеҙмәт емеше. Уға ҡыҫҡа һәм оҙон шиғырҙар, поэмалар, робағиҙар ингән. Һәр ваҡыттағыса ижады тыуған яғын, кешеләрҙе, әсәйҙәрҙе һөйөү-яратыу менән һуғарылған шағирәнең һәр әҫәре йәнле, ихлас, образлы. Һәр береһен уҡыған һайын уҡыйһы ғына килеп тора. Автор үҙен яңы жанрҙа – робағиҙар ижад итеүҙә лә көсөн һынап ҡараған. “Мин күренекле Ғүмәр Хәйәм дә, “Робағиҙар баҡсаһы” тигән бик матур китабына 800 ҡыҫҡа шиғыр тупланған татар яҙыусыһы Ғарифйән Мөхәмәтшин да түгел, әммә бөгөнгө тормош һулышын, ҡайһы бер күңел хистәрен ҡағыҙға төшөрөүҙе йөрәк шулай талап итә”, – тип яҙа ул. Һәм, күберәк “һүҙ бутҡаһы” бешергән заманда, шағирәнең бөтөн әйтер һүҙҙәрен, хис-тойғоларын дүрт юллыҡтарға ғына һалып, күңелдәргә үтеп инерлек итеп бирә белеүе үҙе ҙур маһирлыҡ, оҫталыҡ. Түбәндәге юлдарҙы уҡыған һәр кемдә яҡшыраҡ, матурыраҡ булыу теләге уянырына ышанам.
Үҙең белеп, тойоп йәшәйһеңме икән,
Ниндәй матурһың һин, Кеше туғаным!
Һинең хаҡта йөрәк һүҙе яҙыуҙан
Һис кенә юҡ ул минең туйғаным.
Йәшәйешебеҙҙең күңелһеҙ яҡтары нескә күңелле шағирәне әсендерә, йөрәген телгеләй.
Ауыр һуғыш осоронда ла бер мәктәп ябылмаған.
Ул енәйәтте эшләргә бер кем ҡулы бармаған.
Ауылдар ҡояшы һүнде – мәктәптәр ябыҡ бөгөн.
Ҡара болоттар ҡаплаған ауылдың зәңгәр күген.
Йәшәүгә, тыуған яғына, тыуған халҡына, туған теленә ғашиҡ шағирә шиғри һүҙе, шиғыр көсө менән донъяны әхлаҡһыҙлыҡтан, ғәҙелһеҙлектән, һәр төрлө насарлыҡтан араларға, арындырырға ынтыла, бәләкәй баланы ҡосағына һыйындырып йылытҡандай, донъяның үҙен йылытырға ашҡына. Донъя – ул һинең менән мин, беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ, тимәк, уны гүзәлерәк итеү һәр кемебеҙгә бәйле. Зәйфә Мирғәзийән ҡыҙының “Йылытаһым килә донъяны” китабын ҡулына алған һәр кем донъя ағышы, тормош асылы тураһында ҡабат-ҡабат уйланып, өмөтләнеп һәм ышанып, күңелен нурландырып, ошо изге теләккә ҡушылмай ҡалмаясағына иманым камил...