Фәнүр Заһит улы Ибраһимов “Автонормаль” заводына эшкә армиянан ҡайтҡас 1972 йылда килә. Ул саҡта егеттең бик тә инструменттар производствоһына эләккеһе килә, әммә уны ваҡ беркетмәләр цехына һыр киҫеүсе итеп алалар, быға ул хәҙер һис тә үкенмәй. Яңы урынға тиҙ өйрәнеп китә: йәш коллектив, яңы ҡоролма-ҡорамалдар... Эш етерлек, эш ҡайнай! Мәҡәлә геройыбыҙ элек станоктарҙы күҙ алдына килтермәһә лә, ҡыҙыҡһыныусанлығы, зирәклеге уға яңы һөнәрҙе тиҙ үҙләштерергә ярҙам итә. Бер нисә йыл һыр киҫеүсе булып эшләгәс, Фәнүр Заһит улы автомат линияларын һәм агрегатлы станоктарҙы көйләүсе һөнәрен үҙләштерә, уға бөгөн дә тоғро ул. Бай эш тәжрибәһен коллегалары менән теләп уртаҡлаша.– Беҙ һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам ҡулын һуҙабыҙ, эш барышында төрлө мәсьәлә-һорауҙар килеп сыға, кәңәшләшәбеҙ. Заводта 47 йыл эшләүемә ҡарамаҫтан, яңылыҡҡа һәр саҡ урын бар, тормош бер урында ғына тормай, – ти йәштәрҙең остазы.