Минең һәм атай-әсәйемдең, олатай-өләсәйемдең тыуған ере – Бишбүләк районы Дүсән ауылы. Бейек тау итәгендә урынлашҡан ауылыбыҙ бик матур. Тау башында ҡуйы шыршы урманы, йәнәшәһендә һылыу ҡыҙҙарға оҡшаған аҡ күлдәкле, йәшел суҡлы шәл ябынған аҡ ҡайындар үҫеп ултыра. Урмандарҙа ҡайын еләге, ер еләге, ҡура еләге, бөрлөгәндәр үҫә.
Ауыл янынан мул һыулы, күп балыҡлы Дим йылғаһы аға. Ауылдан алыҫ түгел саф һыулы шишмә сылтырай. Уны халыҡ Ҡыҙыл шишмә, тип йөрөтә. Унда бесәнселәр өсөн ял итеү урындары ла яһап ҡуйғандар. Ауылдан бер саҡрым самаһы ситтә өс күл йәйрәп ята. Йәйен унда һыу инәбеҙ, балыҡ тотабыҙ. Ял итергә башҡа ерҙәрҙән дә кешеләр күп килә, күл буйҙары шаулап тора. Талдарына ҡунып һайраған ҡоштар тауышы – үҙе бер сихри донъя. Һыу инеп, ҡоштар йырын тыңлап ҡайтҡандан һуң, өләсәйҙең мейестә бешкән икмәге, яңы айыртылған ҡаймағы, шишмә һыуы менән самауырҙа ҡайнаған сәй эсеүе шундай рәхәт!
Ауыл халҡы, бигерәк тә олатайҙар, яҙын шишмә буйҙарын, әйләнә-тирәбеҙҙе, ауыл урамдарын, яҡындарының ҡәберен тәртипкә килтерә, сүп-сарҙан таҙарта, сәскәләр, ағастар ултыртыу эштәрен башҡара. Ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа ҡайтып, ауылды төҙөкләндереү, ағас ултыртыу эштәрендә ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышына бик күп ир-егеттәр киткән булған, байтағы әйләнеп ҡайтмаған. Улар иҫтәлегенә ауылыбыҙ уртаһында һәйкәл ҡуйылған. Йыл һайын Еңеү байрамында һуғышта ятып ҡалған ауылдаштарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ.
Тыуған ауыл тураһында һүҙ сыҡҡанда, туған тел тураһында ла оноторға ярамай. Тыуған ер, ғәзиз әсә, туған тел – был төшөнсәләр бер-береһенә бик яҡын. “Иле барҙың – теле бар” тигән халыҡ мәҡәле быға миҫал булып тора. Беҙ ауылда ла, ғаиләлә лә һәр ваҡыт туған телдә һөйләшәбеҙ. Тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлаған кеүек, телебеҙҙе лә һаҡлаусылар булайыҡ.
Тыуған ауылым миңә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Дүсәнемде һағынып, атай-әсәйем, туғандарым менән йыш ҡайтам. Тыуған яғымды бик яратам.
15-се мәктәптең 4-се класс уҡыусыһы. Бәләбәй ҡалаһы