Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Ноябрь 2018, 19:05

Милли биҙәүестәр модала

15-се мәктәптә милли биҙәүестәр дизайнеры Гүзәл Кәримова-Багаева башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының зиннәтле биҙәүесе – һаҡал эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Уның уникаль оҫтаханаһында ҡала һәм райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ошо юлдар авторы булды.

Һуңғы арала күптәр кейемдә, биҙәүестәрҙә башҡорт милли колориты сағылыш табыуын күрәлер. Төрлө мәҙәни сараларҙа алып барыусылар ғына түгел, көндәлек тормошта ла ҡатын-ҡыҙҙар килешле итеп "замансалаштырылған" милли биҙәүестәр таға хәҙер, сөнки был модаға инде, тип әйтһәм дә һис арттырыу булмаҫ. Был йәһәттән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина бына нәмә ти: " Әгәр ҙә халҡыбыҙ үҙ асылын (ә ул милли кейемдәрҙә бигерәк тә сағылыш таба) ҡәҙерләп һаҡлай икән, тимәк, бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы, оҙон ғүмерле булыр, тип уйлайым. Иғтибар итһәгеҙ, мин Башҡортостанда ғына түгел, ә Мәскәүҙә Дәүләт Думаһында ла үҙебеҙҙең милли стилдәге биҙәүестәр тағып йөрөйөм. Халҡыбыҙ ҡомартҡыларының заманса был өлгөләренә һоҡланмаған кеше һирәк. Ҡыҙыҡһыналар, һорашалар. Бының менән мин, беҙ ҙә башҡа милләттәр рәтендә үҙ йөҙөбөҙҙө, үҙ рухыбыҙҙы күрһәтә, раҫлай алабыҙ, тип әйтмәксемен. Милли колорит, ошо стилдәге кейем һәм биҙәүестәр кешенең рухи асылын ғына ла күрһәтеп ҡалмай, минеңсә, был һәр кемдең үҙ-үҙен раҫлау сараһы ла. Халҡыбыҙ ҡомартҡыларын тергеҙеп, беҙ киләсәк быуындарыбыҙ рухын да һаҡлаясаҡбыҙ, тимәк".
Бәләбәйҙең ҡул эшенә оҫта ҡатын-ҡыҙҙары ла милли моданан ҡалышмаҫҡа булды. 15-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Яҙгөл Мөхәмәтова, интернет киңлектәрен байҡағанда, Гүзәл Кәримованың эштәренә юлыға һәм һоҡланып, уның үҙенән оҫталыҡ дәресе алырға хыяллана... Бына шулай осрашты фекерҙәш ҡул эшенә оҫталар. Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы өлгө итеп классик һәм заманса һаҡалдар алып килгәйне. Ул был шөғөлдөң уға өләсәһе менән әсәһенән быуындан-быуынға тапшырыла килеүен, биҙәүестәрҙең һәр бер биҙәге, семәре нәмәлер аңлатыуы тураһында һөйләне. Илһамланып, беҙ эшкә керештек. Ҡыҙыл төҫтәге туҡымаға ҡортбаш тигән ҡабырсаҡтар ҡушып тектек. Баҡһаң, тап ҡортбаш күҙ тейеүҙән һаҡлай икән. Сәйләндән селтәр эшләргә, тәңкәләрҙе матур итеп тағырға лә өйрәтте беҙҙе остазыбыҙ. Һаҡалды бер ултырыуҙа ғына эшләү мөмкин түгел, ул бик метекле эш. Әммә башҡорт халҡының тарихы, рухи донъяһының күп нескәлектәрен милләт кейгән кейем, биҙәүестәр аша билдәләп булыуына тағы бер тапҡыр инандырған оҫталыҡ дәресендә ҡатнашҡандар эштәрен тиҙерәк тамамлау теләге менән һәм, әлбиттә, Гүзәл Миҙхәт ҡыҙына рәхмәтле булып таралышты.
Читайте нас