Үҙәк мәҙәниәт һарайында йыр-бейеүгә, уйын-көлкөгә бай бик матур кисә уҙҙы
“Аҡсарлаҡ” татар йыры ансамбле оло йәштәгеләргә ҡартлыҡҡа зарланып, көҙгө һағышҡа бирелеп ултырырға юл ҡуйманы. Тамашасылар Валерий Ғәйнетдиновтың баянына ҡушылып яратҡан артистары Зинил Бикмөхәмәтов, Нәфисә Суфыева, ансамбль ҡыҙҙары башҡарыуында халыҡ һәм эстрада йырҙарын тын да алмай тыңлаһа, йәштәрҙең сығыштарына – Алһыу Мәһәҙиева, Зөлфиә Әғзәмоваларҙың йырлағандарына тағы бер һоҡланды. Үҙҙәре лә был кисәлә һәүәҫкәр артистарға әүерелде. Улар башҡарыуында рус, татар, башҡорт йырҙары ағылды; әле гармунға ҡушылып, әле заманса көйҙәргә бергә бейергә төштөләр... Ансамбль етәксеһе Рәзидә Ибәтуллина улар өсөн ҡыҙыҡлы конкурстар, уйындар ҙа әҙерләгәйне. Килгән бер кем ситтә ҡала алманы, рәхәтләнеп күңел асты, аралашты, һөйләште. Ҡартлыҡ шатлыҡ ул, ҡәҙерен белгәндәргә! Кисә аҙағында, күңелдәре булған тамашасылар һүҙ алып, ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе, тағы ла осрашырға яҙһын тип, күтәренке кәйефтә өйҙәренә таралышты.
Әминә Муллағәлиева, 8-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы:
– Халыҡ шул тиклем талантлы, дәртле беҙҙә. Оло йәштәбеҙ тип тормайҙар, инәйҙәр нисек дәртле итеп бейей, йәштәр көнләшерлек, артистарҙан ҡалышмайҙар. Һоҡланып бөтә алмайым!
Рәзилә Хәмиҙулллина, Туймазы районы Ҡандракүл ауылынан, 69 йәш:
– “Быраулаусы” профилакторийына бишенсе тапҡыр ял итергә килдем. Ҡалала уҙған мәҙәни сараларҙы бер ваҡытта ла ҡалдырғаным юҡ. Улар бик матур, йәнле үтә һеҙҙә. Үҙем дә мәҙәниәт кешеһе, күптән түгел Туймазыла “Оҙон көй” бәйгеһендә ҡатнаштым, “Элмәлек”, “Азамат” йырҙарын йырлап, дипломант булдым. Халыҡ дәртле лә, моңло ла инде ул. Бына шулай уларҙы туплай, ойоштора белергә генә кәрәк. Афарин!