Сыңғыҙ Айтматовтан фәһемле фекерҙәр
“Һинән изгелекте тартып алаһалар – юҡҡа сыҡмайһың, иҫән ҡалаһың. Ә күңел тапалған килеш ҡала, уны бер нисек тә уңалтып булмай” (“Быуаттан оҙон көн”).
Намыҫ һәм дөрөҫлөк хаҡында
“Кешелә бала намыҫы – бөртөктәге яралғы кеүек, унан башҡа бөртөк шытмай. Беҙҙе донъяла нәмә генә көтмәһен, кешеләр тыуа һәм үлә икән, дөрөҫлөк быуаттар буйы буласаҡ” (“Аҡ пароход”).
“... ышаныс – күп быуындарҙың ғазапланыу продукты, ышаныс өҫтөндә меңләгән йылдар буйы һәм көн һайын эшләргә кәрәк” (“Язалау урыны”).
“... бөтөн замандарҙа ла кешеләр тормоштарында ялҡаулыҡтан күпме бәхетһеҙлек һәм ғәриплек булғанын һәм булыуын аңламай” (“Язалау урыны”).
“Яҡшы ҡатын насар ирҙе уртасаға, уртасаны яҡшыға әйләндерә, ә яҡшыны бөтә донъяға таныта” (“Хуш, Һарыгөл!”).