Ун йыл эсендә ул ысын мәғәнәһендә Аллаһ йортона әйләнде. Беренсенән, бик күп мосолман ҡәрҙәштәр, шулай уҡ ҡала ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән уның бинаһы яңыртылды, территорияһы төҙөкләндерелде, ҡорбан салыу урыны барлыҡҡа килде. Әммә мәсеттең Аллаһ йорто тигән ҙур исемгә лайыҡ булыуы өсөн былар ғына етмәй. Иң мөһим шарт – уның халыҡҡа хеҙмәт итеүе, исламдың шишмә башы нәҡ ошонда башланыуы, Ҡөрьән ҡушҡанса тәрбиә биреү, ҡәлебте сафландырыу. Ошо изге бурыстарҙы үтәүҙе маҡсат итеп ҡуйған тарихи мәсет был йүнәлештә күркәм эштәр башҡара, уны һис икеләнмәйенсә күп вазифалы мәсет тип әйтеү урынлы булыр. Унда бына бер нисә йыл ғәрәп әлифбаһын, Ҡөрьән тәғлимәттәрен өйрәтеү дәрестәре алып барыла. Балаға исем ҡушыу (700 сабыйға), йәштәргә никах уҡыу (ун йылда 546 никах), мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу (960-лап мосолман шәриғәт ҡушҡанса ерләнгән) кеүек йолаларҙы һәр кем күңеленә хуш килерлек итеп үтәргә тырыша мәсет әһелдәре.
Ә Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары нисек күңелле үтә бында! Ҡорбан салдырыусылар һаны йылдан-йыл күбәйә, өлкәндәр генә түгел, йәштәр араһында ла ураҙа тотоусылар арта.
Илдар хәҙрәт байрамға йыйылғандар алдында һөйләгән вәғәзендә, шулай уҡ байрам табынында һүҙ алғандар ҡалала ошондай мәсет эшләүенә һөйөнөстәрен белдерҙе; мәсетте тергеҙеүгә, яңыртыуға үҙ өлөшөн индергән, бөгөн инде баҡыйлыҡҡа күскән элекке имамдарҙы, ата-бабаларыбыҙҙы, рәхмәт әйтеп, исемләп телгә алдылар, улар рухына Ҡөрьән аяттары уҡып, доғалар ҡылдылар.
– Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәр, әлхәмделеллаһи, беҙ һеҙҙең менән һуңғы ун йылда күп нәмәгә ирештек. Әле элекке “Тирәккәй” балалар баҡсаһын – 125 йыл элек ата-бабаларыбыҙ төҙөгән мәҙрәсәне яңыртабыҙ. Барсабыҙҙың тырышлығы менән уны ла асыу көнө етер, барығыҙға ла рәхмәт, мәсетебеҙ халҡыбыҙға бөгөн дә, киләсәктә лә хеҙмәт итһен, – тине ул.