Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Февраль 2019, 21:13

“Ҡоштарҙы ҡышын ашатығыҙ!”

32-се “Дуҫлыҡ” балалар баҡсаһына йөрөүселәр һәм уларҙың ата-әсәләре йыл һайын ошондай исемле экологик акцияла әүҙем ҡатнаша.

32-се “Дуҫлыҡ” балалар баҡсаһына йөрөүселәр һәм уларҙың ата-әсәләре йыл һайын ошондай исемле экологик акцияла әүҙем ҡатнаша.
Тәрбиәселәре Зинаида Филиппова һәм Наталия Шахова менән бергә “Ҡояшҡай” әҙерлек төркөмө балалары занятиеларҙа, әңгәмәләшкәндә, экскурсияларға йөрөгәндә беҙҙә ҡышлаусы ҡоштарҙы өйрәнгән, уларға ҡышын аҙыҡ табыуы нисек ҡатмарлы булыуын һәм ярҙам итергә кәрәклеген белгән.
– Йәйен һәм көҙөн балалар баҡсаларында үҫкән үҫемлектәрҙең орлоҡтарын йыйҙы. Алдан ата-әсәләр менән бергә ыҡсым матур тағараҡтар эшләнек һәм уларҙы балалар баҡсаһы һәм яҡын-тирә йорттар территорияларында үҫкән ағас ботаҡтарына элеп сыҡтыҡ, – тип яҙған редакцияға өлкән тәрбиәсе Роза Төхвәтшина.
Роза Хәбип ҡыҙы билдәләүенсә, Данил Васильевтың, Никита Мульдряков, Андрей Почуев, Ульяна Смычникова, Камилла Зинәтуллина, Денис Хәмиҙуллин, Камил Хәләфетдинов, Эвелина Петроваларҙың ғаиләләре айырыуса ныҡ тырышҡан.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас