“Теле барҙың – иле бар”, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ элек-электән телде һаҡлауҙың әһәмиәтен аңлаған, уны киләсәк быуынға еткереү хәстәрлеген күргән. Һәр дәүерҙә һүҙ оҫталары – йырауҙар, сәсәндәр, шағирҙар һәм яҙыусылар – телебеҙҙең яҙмышы өсөн борсолған.
Улар араһында яҙмышын тел яҙмышы менән туранан-тура бәйләгән шағирҙарҙың береһе – Рәми Ғарипов.
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.
Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
“Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр” ти башҡорт мәҡәле. Киләсәктә лә һәр баланың теле үҙ туған телендә асылһын! Бының өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!