Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Март 2019, 14:57

“Һылыуҡай-2019” матур үтте

Яҙ килеү менән Башҡорт гимназия-интернатында йыл һайын ҡыҙҙарҙың матурлығын һәм тәрән белемен күрһәтеүсе “Һылыуҡай” конкурсы уҙғарыла

Яҙ килеү менән Башҡорт гимназия-интернатында йыл һайын ҡыҙҙарҙың матурлығын һәм тәрән белемен күрһәтеүсе “Һылыуҡай” конкурсы уҙғарыла
Быйыл да 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан залды шығырым тултырып тамашасылар һәм көйәрмәндәр конкурсты ҡарарға йыйылды. Һынау тотор өсөн 9-11 кластарҙан биш һылыу: Гөлфиә Ноғоманова, Камилла Кирәева, Аделя Моратова, Регина Беседина һәм Татьяна Борисова сәхнәгә күтәрелделәр. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенең матурлыҡ тажына лайыҡ икәнлеген күрһәтте: кемдер нәзәкәтле итеп бейене, кемдер моңло тауышы менән һоҡландырҙы, гитарала, ҡубыҙҙа, фортепьянола уйнаны...
Ҡыҙҙар “Хужабикә”, “Интеллектуал-һылыуҡай” конкурстарында оҫталыҡтарын, белемен күрһәтте. Гимназия-интернат сибәрҙәренә педагогтарҙан, тәрбиәселәрҙән, өлкән кластар уҡыусыларынан торған етди жюри балдар ҡуйҙы.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барына ла дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, әммә еңеүсе тажына бер һылыу – 11 класс уҡыусыһы Татьяна Борисова лайыҡ булды.
Табиптар Арыҫланбәковтар ғаиләһе (Розалина Ринат ҡыҙы, Лилиә Роберт ҡыҙы, Ринат Маһир улы) һәм Орифлейм компанияһының алтын директоры Зоя Әхмәт ҡыҙы Ҡорманҡаева конкурстың бағыусылары булды. Конкурстар араһында “Умырзая” вокаль ансамбле (етәксеһе Р. Фәхретдинова), ҡубыҙсылар ансамбле (етәксеһе А. Шафиҡова) матур сығыштары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.
“Һылыуҡай-2019” конкурсын гимназия-интернаттың өлкән тәрбиәсеһе Л. Д. Талибуллина ойошторҙо. Сара бик күңелле һәм ҡыҙыҡлы булды, тамашасыларҙа ла, ҡатнашыусыларҙа ла яҡты иҫтәлек, матур тәъҫораттар ҡалдырҙы.
Читайте нас: