Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Апрель 2019, 18:41

Спектакль шәп булды!

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы республика халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте менән төрлө формала таныштыралар, ә беҙ улар өсөн ҡыҙыҡлы юл – әкиәт сәхнәләштереүҙе һайланыҡ

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы республика халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте менән төрлө формала таныштыралар, ә беҙ улар өсөн ҡыҙыҡлы юл – әкиәт сәхнәләштереүҙе һайланыҡ
Приют ҡасабаһының 22-се “Талҡай” балалар баҡсаһында (мөдире Лидия Әбнәғимова) “Алтын асҡыс” балалар театр студияһы (етәксеһе Наталья Рудчук) күптәндән эшләп килә.
Студияның һәр сығышы – йәш артистар өсөн дә, тамашасылар өсөн дә ҙур байрам. Башҡорт халыҡ әкиәтенә нигеҙләнгән “Йомарт ҡуян” спектакле мәктәпкә барасаҡ балаларға күрһәтелде, был йыл әйләнәһенә эшләнгән эште йомғаҡлау ҙа булды. Тәрбиәләнеүселәр тыуған яҡ моңо һәм матурлығы, хеҙмәткә һөйөү донъяһына сумды, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты, йырланы (башҡортса ла), уйнаны. Ҡулъяулыҡ менән уйын айырыуса ҡыҙыҡлы булды, балалар унда бейергә һәләттәрен дә күрһәтте.
Тамашасылар әкиәттәге ваҡиғалар үҫешен ҡыҙыҡһынып күҙәтте: байрамға бөтә ауылды саҡырған малайҙы йәлләне, сөнки ул кемде саҡырырға кәрәклеген онотҡан; ҡул эштәрен ҡарап, матур бейеүҙәр күреп һоҡланды, тимерселәр эшенә ҡыуанды; ағалы-һеңлеле икәүҙең иртә таңдан төнгәсә эшләүҙәре хаҡында һөйләүен иғтибар менән тыңланы.
Әммә барыһынан бигерәк ҡуян балаларҙа матур тойғолар уятты, сөнки ул малайға изгелеге өсөн изгелек менән яуап бирҙе. Малай уны һәләкәттән ҡотҡарҙы, өйөнә алып ҡайтып йылытты, унан урманға иреккә ебәрҙе.
Тамашасыларға спектаклдең йомғаҡлау өлөшө лә оҡшаны – “Дуҫлыҡ йорто” йыры балаларҙы һәм тамашасыларҙы берләштерҙе. Ә күмәкләп башҡортса түңәрәккә баҫып бейеү барыһын да шатландырҙы.
Спектакль бик матур үтте. Ҡыуаныслы, яҡты тәъҫораттар оҙаҡ һаҡланасаҡ, ә тыуған ергә һөйөү нығыясаҡ һәм беҙҙең балалар менән бергә үҫәсәк!
Наталья Рудчук, музыка етәксеһе
Читайте нас: