Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Август 2019, 14:37

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер

Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауыл советы биләмәһенә ҡараған Аҡбаҫар ауылы 100 йәшен билдәләне.

Һыу буйында, йәшел аҡланда уҙҙы ул Аҡбаҫар ауылының ғүмер байрамы. Һәм нисек кенә әле: үҙе тәрән эстәлекле, үҙе күңелле, үҙе тәмле, ябай һәм ихлас булды.
Аҡбаҫарҙарҙың электән үк эшһөйәр, дәртле, сәмле икәнлеге яҡшы мәғлүм. Уларҙың ошо сифаттары сараны әҙерләп уҙғарыуҙа ла сағылыш тапмай ҡалмаған. Беҙҙең клуб юҡ, тип тормағандар, һыу буйында ғәйәт матур урын тапҡандар, сәхнәһен дә яһағандар, эскәмйәләрен дә тапҡандар. Ә оҙон итеп һуҙылған өҫтәлдәрҙең һый-ниғмәттән һығылып тороуы йәше-ҡартының киң күңелле, ҡунаҡсыл булыуҙарынан.
Ауылдың ихтирамлы кешеһе, педагогик хеҙмәт ветераны Зәрә Вәлиева ауыл тарихы менән таныштырҙы, «Сулпан» йәмғиәте етәксеһе Урал Нәбиуллин, 17 йыл “Авангард” колхозы рәйесе булып эшләгән Шамил Ғәлимов аҡбаҫарҙарҙың тырыш, намыҫлы булыуы тураһында һөйләп, уларға рәхмәт әйттеләр. «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәге артистарының сығышы юбилейға ҙур бүләк булды.
Зәйфә Сәлихова мәҡәләһенән
Читайте нас: