Ул Башҡортостандың һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе урын алырға ынтыласағын, бының өсөн ресурстарҙың һәм шарттарҙың булыуын билдәләне. Шуның менән бергә республиканың яңы идара итеү командаһы инвесторҙар өсөн яңы уңайлы шарттар булдыра, был иһә реаль һөҙөмтәләр бирә. Беренсе ярты йыллыҡта инвестиция үҫеше 13,6% тәшкил иткән, үткән ике йылда ошо күрһәткес 100% кәмерәк булған.
«Беҙ был процесҡа яңы һулыш өрҙөк, беҙгә республикала эшләргә әҙер булған бик күп кеше мөрәжәғәт итә. Хәҙер, әлбиттә, хөрмәтле инвесторҙар, беҙ һеҙҙең артығыҙҙан йүгерәбеҙ һәм әлегә беҙгә сират юҡ, ләкин тиҙҙән сират булыуы ихтимал тип уйлайым, шуға күрә беҙҙең карапҡа ултырып өлгөрөргә кәрәк», – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан ауыл хужалығын алып барыуҙың бай тәжрибәһе менән ҙур биләмәгә, агросәнәғәт комплексында оҫта эшләй белгән хеҙмәт ресурстарына эйә, тип билдәләне республика етәксеһе. Төбәк халҡының 38 проценты ауылда йәшәй. Республика инвесторҙарға барлыҡ инструментарийҙар менән ярҙам итергә әҙер.
«Шуныһы мөһим: хәҙер беҙ ауыл биләмәләрен үҫтереү менән ныҡлап шөғөлләнәбеҙ, юлдар, мәктәптәр, ФАП-тар төҙөйбөҙ, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырабыҙ», – тип өҫтәне Радий Хәбиров.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне