Өсөнсө корпустың беренсе ҡатында Мостай Кәримгә бюст асылды, хәҙер ул ингән һәр кемде ҡаршы алып тора. Бронза ялатылған бюстың скульпторы – Юрий Солдатов. Уның күсермәһе яҙыусы һуңғы йылдарҙа йәшәгән Энгельс урамындағы йорт барельефын биҙәй.
Скульптор үҙенең әҫәре өҫтөндә уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағында өс көн буйына эшләүен һөйләне.
– Тәүҙә мин «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабын уҡып сыҡтым, шунан эшкә тотондом. Ул саҡта Мостай Кәримгә 60 йәштәр тирәһе булғандыр. Ул минең эскизымды оҡшатты. Элек бөтә скульпторҙар ҙа башты ғына яһай ине, ә мин уның ҡулдарын да эшләнем. Мин Мостафа Сафа улына, уның һул ҡулы – хәсрәтләнгән, ә уңы иһә Тыуған илдең киләсәге тураһында уйланған кеүек, тип әйттем. Ул миңә: «Ә һин философ!», тине, – тип хәтеренә төшөрҙө Юрий Солдатов.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов Мостай Кәримдең университеттың почетлы профессоры икәнен иҫкә төшөрөп үтте.
– Мостай Кәрим, уның ижады аша донъя халҡыбыҙ тураһында тағы ла күберәк белде. Уның ижадын һөйөүселәр бөгөн дә бар. Мостай ағай, әҫәрҙәремде ерҙең ҡояшлы яғында йәшәгән кешеләр аңларға мөмкин, тип әйтә торғайны һәм бөгөн бында тап шундайҙар йыйылды, – тип билдәләне ректор.
Бюст асыу тантанаһында яҙыусының ғаиләһе – шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фондтың башҡарма директоры Әлфиә Кәримова, ейәне – Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов, төрлө илдәрҙән һәм төбәктәрҙән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне