Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Октябрь 2019, 13:07

Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы – ҡырғыҙ телендә

Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы ҡырғыҙ теленә тәржемә ителде. Ул быйыл уҡ баҫылып сығырға тейеш.

Был турала «Башинформ» агентлығында Өфөлә барған халыҡ-ара тел конференцияһы йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһында Ҡырғыҙстан ғалимы, филология фәндәре докторы, С. Айытматов исемендәге Тел һәм әҙәбиәт институты профессоры Ибраим Абдулвәлиев хәбәр итте. Тәржемәнең авторы ла ул.
«Башҡорттарҙың героик «Урал батыр» эпосы менән мин беренсе тапҡыр 2015 йылда таныштым, – тип һөйләне ғалим. – Ул миңә шунда уҡ оҡшаны, һәм мин уны тәржемәләргә хәл иттем. Башҡорт һәм ҡырғыҙ телдәре бик оҡшаш, эшләүе еңел булды. Ҡайһы бер урындары миңә тәржемәһеҙ ҙә аңлашыла ине. Мәҫәлән, башҡорт эпосының тәүге юлдары ҡырғыҙ телендәге кеүек үк яңғырай тиерлек. Бынан тыш, «Урал батыр»ҙың теле ҡырғыҙҙарҙың «Манас» эпосы теленә оҡшаш. Асылда, мин фольклор телен тәржемәләнем, был – боронғо тел, унда неологизмдар юҡ. Фольклор бит сюжеты менән генә түгел, теле менән дә һаҡлана. «Урал батыр»ҙы ошо йылдың аҙағына тиклем нәшер итергә ниәтләйбеҙ. Һәм беҙҙә, «Манас»ҡа өҫтәп, ҡырғыҙ телендә тағы бер героик эпос буласаҡ».
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: