Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Ноябрь 2019, 12:59

Кисә Өфөлә Халыҡ-ара мәғариф салоны үҙ эшен башланы

ВДНХ-Экспо майҙансығында өсөнсө Өфө халыҡ-ара мәғариф салоны асылды.

Бында мәғарифтың заманса системаһының төп йүнәлештәре, яңы технологиялар һәм уҡытыу саралары күрһәтелгән. Форумда кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү системаһы, өҫтәмә һәм бизнес-белем биреү мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.
Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫараы Фәнүр Йәғәфәров салонды асыу тантанаһында Башҡортостанда мәғарифты үҫтереү мәсьәләләренә етди иғтибар бүленеүен билдәләне. Республика етәксеһенең «сентябрь указы»нда амбициялы бурыстар ҡуйылған. Атап әйткәндә, Башҡортостанда биш йыл дауамында 50 балалар баҡсаһы, 60 мәктәп төҙөү һәм реконструкциялау күҙаллана. Был икенсе смена проблемаһын хәл итергә мөмкинлек бирергә тейеш.
Вице-премьер һүҙҙәренсә, Башҡортостанда тағы 12 полилингваль мәктәп асыу күҙаллана. Был мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы туған, шулай уҡ сит телдәрҙә камил һөйләшергә өйрәтеү маҡсаты ҡуйыла. Өфөлә ошондай ике мәктәп эшләй башланы ла инде. Республикала шулай уҡ һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереү өсөн мәғариф үҙәге барлыҡҡа килә, балалар технопарктары һәм кванториумдар асыу эше артабан да дауам итә.
Республика мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин салон ишектәре көн һайын асыҡ булыуын, һәр ҡатнашыусы үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар таба алыуын әйтте. Күргәҙмәлә республиканың барлыҡ төп юғары уҡыу йорттары һәм мәғариф учреждениелары үҙ стендтарын ҡуйған.
Өфө халыҡ-ара салонының эшлекле программаһында мәғариф системаһының бөтә йүнәлештәре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, панель дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Бөтәһе 200-гә яҡын сара планлаштырылған, уларҙа, ойоштороусылар һүҙҙәренсә, 20 меңләгән кешенең ҡатнашыуы мөмкин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: