Бөгөн республикала йылҡысылыҡ менән өс тиҫтәгә яҡын район шөғөлләнә, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары. Ҡышҡы миҙгелдә хужалыҡтарҙа ғәҙәти булмаған тынлыҡ күҙәтелһә лә, көндәр йылытыу менән ҡыҙыу осор башлана. Быйыл да ҡымыҙ етештереүселәргә дәүләттән субсидиялар ҡаралған. Һалҡын көндәрҙә хужалыҡтар ҡымыҙ бешеүҙе кәметһә лә, сауҙа нөктәләре шифалы эсемлектән өҙөлмәй. Баҡтиһәң, йүнселдәр һуңғы йылдарҙа һыйыр һөтөнән дә ҡымыҙ етештерә башлаған. Әммә күптәре билдәле сәбәп менән үҙ продукцияһының составын сер итеп һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта белгестәр бөгөн Өфөлә һатылған продукцияның 90 проценты тәбиғи ҡымыҙ түгел тигән фекергә килгән.
Уның ҡарауы, барлыҡ эшҡыуарҙарҙы ла ғәҙел уйын алып бармауҙа ғәйепләргә ярамай. Сөнки ҡайһы бер продукцияларҙың этикеткаһында состав тураһында аныҡ мәғлүмәт бирелгән. Шул уҡ ваҡытта, һыйыр һөтөнән эшләнгән эсемлек еңел үҙләштерелә торған аҡһымдарға, витаминдарға һәм микроэлементтарға бай була алмай. Был йәһәттән бейә ҡымыҙының күпкә файҙалы булыуы барыбыҙға яҡшы мәғлүм.
Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе менән шөғөлләнеүселәр башҡорт ҡымыҙының данын яҡлап көндән-көн көслөрәк тауыш сығара. Яҡын көндәрҙә улар үҙҙәрен борсоған мәьәләне йылҡысыларҙың Урал аръяғы форумында ла күтәрергә йыйына. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, быйылғы миҙгел ҡымыҙ бешеүселәр өсөн һынылыш осоро булыуы ихтимал. Сөнки баҙарҙағы ялған эсемлектәрҙе бейә ҡымыҙы ҡыҫырыҡлап сығарыр тип көтөлә.
Быйыл йәй Башҡортостан VI Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итергә әҙерләнә. Мәҙәни байрамға төрлө илдәрҙән 3 меңдән ашыу кеше килеүе көтөлә. Әлбиттә, бындай саралар милли эсемлектәрһеҙ үтмәй. Тимәк, сифатлы ҡымыҙға ихтыяж бермә-бер артасаҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне