Йәшелсәнең вирустарға һәм ауырыуҙарға реакцияһын тикшереү өсөн ике тәүлек ваҡыт талап ителә. Белгестәр маҡсатына ирешкән осраҡта, уҡыу йортонда сығарылған бәрәңгегә өс йыл дауамында ауырыуҙар ҡурҡыныс түгел. Бүлбеләр вирустарға бирешмәй, шуға ла унан мул уңыш алып буласаҡ.
Белгестәр әйтеүенсә, яңы картуф сорттары иҡтисади күҙлектән отошло тип иҫәпләнә. Университетта үҫтерелгән йәшелсә менән төрлө өлкәләрҙә йәшәүсе шәхси эшҡыуарҙар ҡыҙыҡһынған, заказдар ҙа бар. Бигерәк тә аҙыҡ-түлек кибеттәре, ашхана хужалары яңы картуфты тәмләп ҡарау теләге менән яна.
Бер нисә сорт ҡатнаштырып үрсетелгән продукт үҙенсәлекле шарттарҙа тамыр йәйә. Әлегә уларҙың артабанғы үҫеше лә лаборатория сиктәрендә дауам итә.
Республикала һатылған картуфтың 50 проценты сит илдәрҙән килтерелә. Канада, Ҡытай йәшелсәләре, сифатлы орлоҡтар Мысыр хужалыҡтарынан төбәк кибеттәрендә урын ала. Аграр университетта үҫтерелгән картуф тап республика һауа шарттарында үҫтереүгә яраҡлаштырылған. Ауыл хужалығы белгестәре вәғәҙәләгән мул уңышҡа өлгәшкәндә, кибеттәге йәшелсәләр сит ил продукцияһынан бөтөнләй баш тартырға өмөт уята.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне