Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
14 Февраль 2020, 19:18

Сәләмәт булайыҡ!

Күберәк саф һауала йөрөп, саңғыла, тауҙа шыуып, туйғансы йоҡлап, киләһе ял көндәрен файҙалы итеп үткәрергә тырышайыҡ

Һеҙҙең иғтибарға сәләмәтлеккә ҡағылышлы бер-нисә файҙалы мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ.
Баш мейеһе эшмәкәрлеген насарайтыуға килтергән туғыҙ сәбәп бар. Уларҙы һанап үтәйек.
1. Йоҡо туймау. Бөтә донъя сәләмәтлек ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йөҙ йылда кеше уртаса 20 процентҡа аҙыраҡ йоҡлай башлаған. Йоҡо туймауҙан баш мейе күҙәнәктәренең үлә башлауы мөмкин.
2. Иртәнге ашты ашамау. Быныһы иһә эшкә һәләтлелекте кәметә. Иртән ашамағас, ҡандағы шәкәр күләме кәмей. Был үҙ сиратында баш мейеһенә туҡлыҡлы матдәләрҙең килеүен әкренәйтә.
3. Тәмле-татлы ашау. Шәкәр күп булыу сәбәпле аҡһым насар үҙләштерелә.
4. Стресс. Күңел көсөргәнеше хәтерҙең насарайыуына килтерә, интеллектуаль мөмкинлектәрҙе кәметә.
5. Йоҡлата торған дарыуҙар һәм депрессияға ҡаршы препараттар. Улар шулай уҡ хәтерҙе насарайта.
6. Тәмәке тартыу. Никотин ҡан тамырҙарын ҡыҫа. Альцгеймер ауырыуы барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын арттыра.
7. Ҡояш нурҙары етмәү. Ультранурҙар ҡан әйләнешен, йәғни кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр килеүҙе көйләй. Шулай уҡ улар кешенең кәйефенә тәьҫир итә торған серотонин гормонын барлыҡҡа килтерергә ярҙам итә. Һәр көн биш минут булһа ла саф һауала йөрөргә тейешбеҙ.
8. Һыу етмәү. Ул баш мейеһенә насар йоғонто яһай, уның эшкә һәләтлелеген кәметә.
9. Мәғлүмәттең күп булыуы. Был, бер ҡарағанда, баш мейеһе өсөн күнекмә генә кеүек. Әммә мәғлүмәт күп булһа, кеше аңы уны үҙләштерергә өлгөрмәй.
Иртәне файҙалы ризыҡтарҙан башлағыҙ!
Был эсемлекте көн һайын иртәнсәк ҡабул итһәгеҙ, аҙна-ун көндән организмығыҙҙа еңеллек, яҡшы үҙгәрештәр тойорһоғоҙ. Сәләмәт булайыҡ!
Файҙалы эсемлекте әҙерләү өсөн 0,3 литр һөт, 3 аш ҡалағы ҡоро һоло ярмаһы (“Геркулес” та мөмкин), бер банан, бер аш ҡалағы бал кәрәк.
Һоло ярмаһы өҫтөнә өс-дүрт аш ҡалағы һөт ҡойоп, блендерҙа ваҡлағыҙ. Ошо массаға банан һәм бер аш ҡалағы бал һалып, яҡшы итеп болғатығыҙ. Артабан ҡалған һөттө өҫтәп, блендерҙа туғығыҙ.
Иҫкәрмә: эсемлек витаминдарға байыраҡ булһын өсөн һоло ярмаһы мотлаҡ ҡоро килеш, йәғни бешермәйенсә ҡулланығыҙ һәм эсемлекте иртәнсәк эшләп, шунда уҡ эсеп ҡуйығыҙ.
Бананды башҡа төрлө емештәр, мәҫәлән, еләк, көртмәле, ҡарағат менән дә алмаштырырға мөмкин.
Ашығыҙҙың шифаһы тейһен, сәләмәт булайыҡ!
Читайте нас: