Сит илдән дарыу алырға рөхсәт
1 марттан сит илдән Рәсәйгә беҙҙә теркәлмәгән дарыу препараттарын да алып инергә рөхсәт ителә. Талабы шул: препарат пацентҡа табиптар комиссияһы тарафынан билдәләнергә тейеш.
Был закон инвалид балалары өсөн сит илдән дарыу алған (почтанан яҙҙырып, мәҫәлән) әсәләрҙе ҡулға алыуҙар башланғас, әҙерләнгәйне.
Электрошокерҙан “туҡмалғың” киләме?
2 марттан транспорт полицияһына электрошокер ҡулланырға рөхсәт ителә. Буштан-бушҡа түгел инде, ә ҡаршылыҡ күрһәтеүсе енәйәтсегә йә транспортҡамы, инфраструктурағамы һөжүм итеүселәргә ҡарата ғына. Шул уҡ ваҡытта инвалидтарға, бала көткән ҡатындарға, бәлиғ булмағандарға ҡаршы был шокерҙы ҡулланырға ярамай (әгәр ҙә ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтмәһәләр).
“Госуслуги” порталы һәм рәсми сайттар буш буласаҡ
Яҙ айы башынан алып “Госуслуги” порталы, федераль һәм төбәк власть органдарының сайттарына инеү бушлай буласаҡ. Йәғни трафик иҫәпләнмәй. Хатта “минус”та булһағыҙ ҙа, үрҙә аталған ресурстарға тоташа аласаҡһығыҙ.
Бала тыуҙырыу йорттарынан – үҙенсәлекле бүләк
1 марттар янғынды иҫкәртеүсе прибор яңы тыуған сабыйға бүләк итеп бирелә башлай. Әле 25 мең аппарат роддомдарға ебәрелгән дә инде.