Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Март 2020, 12:00

Халыҡ өсөн нимәләр мөһим?

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) Рәсәй Конституцияһына индереләсәк үҙгәрештәрҙең халыҡ өсөн айырыуса мөһимдәре тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Халыҡ өсөн иң мөһиме – дәүләт тарафынан медицина хеҙмәтләндереүенең һәр кемгә барып етеүе һәм сифатлы булыуы (95 процент). Икенсе урында балаларҙың дәүләт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуы һәм уларға мотлаҡ социаль ярҙам күрһәтеү килә (93 процент).
Артабан илебеҙҙең үҙенсәлекле тәбиғәтен, уның төрлөлөгөн яҡлау һәм һаҡлау (92 процент), адреслы социаль ярҙам гарантияһы һәм социаль түләүҙәрҙе индексациялау (92 процент), йыл һайын мотлаҡ пенсияны индексациялау (92 процент) тора.
Дәүләт тарафынан илебеҙҙең ғилми-технологик үҫешенә ярҙам күрһәтеүҙе мөһим тип Рәсәй халҡының 91 проценты иҫәпләй. Эшләгән граждандар хоҡуҡтарын яҡлау һәм МРОТ-ты йәшәү минимумынан кәмерәк билдәләмәү халыҡтың 90 процентының күңеленә ята.
Конституцияла тарихи дөрөҫлөктө яҡлап нығытыуҙы, илебеҙҙең биләмә бөтөнлөгө һәм бүленмәүе тураһындағы ҡарарҙы граждандарҙың 89 проценты мөһим тип иҫәпләй.
Юғары яҡлау тапҡан үҙгәрештәр араһында һанлы һәм персональ мәғлүмәтте һаҡлау, йәнлектәрҙе яҡлау, уларға ҡарата яуаплы мөнәсәбәт булдырыу, Рәсәйҙең халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙәге роле, муниципаль һәм дәүләт чиновниктарының илдән ситтә матди ҡиммәттәрен һаҡлауҙы сикләү, уларҙың сит ил гражданлығы һәм күсемһеҙ милке булыуҙы тыйыу, ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһында никах институтын нығытыу бар.
80 проценттан әҙерәк яҡлау тапҡан үҙгәрештәр: Конституцияның халыҡ-ара хоҡуҡтан өҫтөнлөклө булыуы, дәүләттең сит илдә йәшәгән ватандаштар хоҡуғын яҡлау өсөн яуаплылығы, элекке йәки әлеге президент өсөн киләсәк президент һайлауында ҡатнашыуҙы сикләүҙе бөтөрөү, властың берҙәм асыҡ системаһын булдырыу һәм башҡалар. Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы вәкәләттәрен киңәйтеү тураһындағы үҙгәреште ни бары 47 процент кеше хуплаған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: