Бөтә яңылыҡтар
Туризм
22 Апрель 2020, 12:00

Бәләбәйҙә ағас ултыртасаҡтар

25 апрелдә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә Революционерҙар урамында (Волгоград урамынан Морозов урамына тиклемге арауыҡта) 100 төп ағас ултыртасаҡтар, тип хәбәр иттеләр Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәтенән.

Ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа был эшкә халыҡты йәлеп итмәйәсәктәр.
Ағастарҙы муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре ултыртасаҡ. Кәрәкле ҡорамал, һибергә һыу менән – «Бәләбәй коммуналсыһы» предприятиеһы, үҫентеләр менән урман хужалығы тәьмин итәсәк.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: