Быйыл Республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә төҙөү тамамланасаҡ, тип күҙаллана. Бындағы тәүге операция августа уҡ башҡарыласаҡ. Унан тыш, онкология үҙәге ике линиялы заманса тиҙләткес аласаҡ, уларҙың дөйөм хаҡы 500 миллион һум тәшкил итә.
Шулай уҡ 13 фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү тамамланасаҡ, уларҙың дүртәүһен июлдә асыу ҡаралған. Модулле ФАП-тарға килгәндә, быйыл уларҙы алты тапҡырға күберәк аласаҡтар.
Быйыл «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 5,6 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Уларҙың 4,1 миллиард һумы – федераль бюджеттан. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 1,6 тапҡырға күберәк.
Дөйөм алғанда, республика дауаханаларына юғары технологиялы ҡиммәтле 25 ҡорамал алына. Улар араһында өс компьютер томографы, ике ангиограф, өс маммограф, биш МРТ, ун рентген аппараты бар.
«Ауыл табибы» программаһы буйынса эштәр дауам итә. Быйыл ауылға ҡайтҡан 17 белгес һәм 20 табип берәр миллион һумлыҡ аҡса алған да.
«Беҙ һаулыҡ һаҡлау тармағына күп аҡса һалабыҙ, бер нәмә лә ҡырҡмайбыҙ тиерлек, – тине Радий Хәбиров. – Айырым райондарға табиптар йәлеп итеү эше менән яңынан ныҡлап шөғөлләнә башлауҙы һорайым. Коронавирус коронавирус менән, ә беҙ халыҡтың дөйөм һаулығы тураһында уйларға тейешбеҙ».
Төбәк етәксеһе киләһе «Һаулыҡ сәғәте»нә Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй һәм Белореттағы дүрт төбәк онкоүҙәге эшмәкәрлеге тураһында отчет һораны.
«Беҙ уларҙы онкология диагнозы асыҡланғандан һуң өйҙәренә яҡын урында амбулатор дауалау үткәреү өсөн астыҡ. Хәҙер беҙгә аңларға кәрәк: был йәһәттән ни тиклем алға китеш булды икән. Артабан һаулыҡ һаҡлау сифатын арттырыу өсөн нимә эшләргә була тигән һорауға ла яуап табырға кәрәк», – тине Башлыҡ.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.
#Бәләбәй хәбәрҙәре#яңылыҡтар#милли проект# һаулыҡ һаҡлау