Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Август 2020, 15:10

Бындай хәлдәрҙең барлыҡҡа килеүенә кемдәр ғәйепле?

Хөкүмәттә үткән бөгөнгө оператив кәңәшмә Ҡуштауҙағы хәлде тикшереү менән башланып китте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был ваҡиғаларға үҙ ҡарашын белдерҙе һәм артабан властарға нисек эшләү буйынса бурыстар ҡуйҙы.

– Үткән аҙна республикала тыныс булманы. «Башҡортостан сода компанияһы» Ҡуштау тауын эшкәртә башларға йыйынғайны. Был турала алдан һөйләшеүҙәр булғайны, тик улар тауҙы яҡлаусылар һәм йәмәғәтселек тарафынан ныҡлы ҡаршылыҡҡа осраны. Быларҙың барыһы ла етди бәрелештәргә килтерҙе. Кешеләр ҙә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре лә йәрәхәтләнде, әле ике кеше дауаханала.
Һөҙөмтәлә кисә унда үҙемә барырға тура килде. Һөйләшеү барышында мин вәғәҙә бирҙем: Ҡуштау буйынса ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек ҡарар тапмай тороп, тау эшкәртелмәйәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Тауға әлегә бер кем дә менмәйәсәк. Эйе, туристарға барып бәшмәк йыйырға мөмкин, ә техникаға – юҡ. Координация советы ултырышын йыясаҡбыҙ. Тауҙы яҡлаусылар Ҡуштауҙың яҙмышына киңерәк ҡарарға тәҡдим итә, БСК предприятие яҙмышын уйлайыҡ, ти.
Радий Фәрит улы фекеренсә, бындай хәлдәрҙең барлыҡҡа килеүе властарҙың эшләп еткермәүенә лә бәйле.
– Һуңғы ярты йылда коронавирус инфекцияһы менән генә шөғөлләнеп, кешеләрҙе иғтибар үҙәгенән төшөрөп ҡалдырҙыҡ, ахыры. Был беҙҙең хакимиәттең эшләп еткермәүе, кешеләрҙең фекерен иғтибарлыраҡ тыңларға, уларҙың нимәгә мохтаж икәнлеген аңларға кәрәк. Сәнәғәт блогы ла эшләп еткермәне, ул предприятие эшмәкәрлеге перспективалары структураһын ҡарарға тейеш ине. Беҙҙең яй булыу, иғтибарһыҙлыҡ, аҙағына тиклем эшләп еткермәү арҡаһында ошондай хәл килеп тыуҙы. Шулай уҡ бөтә район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ла эшләп еткермәне – кешеләр менән бергә эшләргә кәрәк. Ишембай районы хакимиәте башлығы иғтибарына: әгәр шихандар янындағы ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең властарға, һеҙгә ҡарата ҡарашы шундай икән, тимәк, уйланырға ваҡыт. Кисә ул яҡҡа барғанда шуны күрҙем, ауылдар араһында юлдар насар, ауылдар тормошо иғтибар талап итә. Ҡуштауҙы яҡлаусылар араһында төрлө район кешеләре бар, улар унда беҙҙең иғтибарҙы тоймаған өсөн килгән. Күп йәштәрҙең эше, торлағы юҡ. Тимәк, улар ғаилә лә ҡора алмай. Бында уйланаһы мәлдәр бик күп. Беҙгә халыҡ менән бергә эшләргә һәм артабан хәрәкәт итергә кәрәк, – тине республика етәксеһе.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан
Читайте нас: