Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Август 2020, 14:00

Башҡорт яҙыусылары ижады баһаланды

Үҙәк Азия яҙыусыларын һәм тарихсыларын берләштергән «Янги Овоз» ойошмаһының Директорҙар советы тарафынан бер төркөм башҡорт яҙыусыларына «Туран Биримдиги» миҙалы тапшырылды.

«Ағиҙел» әҙәби журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, сатира оҫтаһы Марсель Сәлим, яҙыусы Флүр Ғәлимов, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина, шағирә Зөлфиә Ханнанова, шағир Фәнил Бүләковтың ижады Үҙәк Азия тарафынан юғары баһаланды.
Читайте нас: