Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Август 2020, 11:30

Сирҙең таралыуына юл ҡуймау мөһим

Кисә Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта башлыса һүҙ яңы уҡыу йылына әҙерлек, балалар баҡсаларының асылыуы менән бәйле эпидемиологик саралар тураһында барҙы.

Һуңғы тәүлектә республикала сирҙе йоҡторғандар һаны йәнә 34-кә артҡан. Шулай итеп, пандемия осоронда барлығы 7 601 кеше вирусты эләктергән. Яңы уҡыу йылының башланыуы шатлыҡлы ваҡиға булһа ла, эпидемиологик хәлдең ҡырҡыулашып китеү хәүефе бар. Республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова балалар баҡсаларының әүҙем рәүештә кескәйҙәрҙе ҡабул итеүгә әҙерләнеүе, сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында ниндәй саралар ҡабул ителеүе хаҡында һөйләне. Студенттарҙан торған медицина инспекторҙары һәр ерҙә ҡағиҙәләр үтәлешен тикшерәсәк, балаларҙың бер урында өймәкләшеүенә юл ҡуймаясаҡ. Балалар баҡсалары һәм класс бүлмәләре даими елләтелеп, йоғошһоҙландырылып торасаҡ.Баҡсаға килгән баланың ҡулында сирле кеше менән бәйләнеш булмауын, сәләмәтлеген раҫлаған, педиатрҙан алынған белешмә булырға тейеш, ә медицина тикшереүен үтеү мотлаҡ түгел. Тәрбиәселәр битлектә йөрөйәсәк.Мәктәптә 17 йәшкә тиклемге балалар битлекһеҙ йөрөй ала. Хроник сирҙәре булған уҡыусыларҙың ата-әсәһе ғариза яҙып, баланы дистанциянан тороп уҡытыуға күсереү мөмкинлеге бар.
Читайте нас: