Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Сентябрь 2020, 14:04

Сәләмәт булһын тиһәң...

Балаларыбыҙ өсөн көсөргәнешле мәл – сираттағы уҡыу йылы башлана. Уларҙың күңел сәләмәтлегенә лә, туҡланыуына ла ҙур иғтибар бүлеү – һәр ата-әсәнең ҙур бурысы.

Баланың организмында башҡа микроэлементтар һәм витаминдар менән бергә тимергә ҡытлыҡ булдырмау ҙа мөһим. Ул етешмәһә, ниндәй билдәләр күҙәтелә? Был йәһәттән белгес кәңәштәренә иғтибар итәйек.Тимер – баланың үҫешендә бик кәрәкле микроэлемент. Ул эритроциттарға эстәге органдарҙы кислород менән туйындырырға ярҙам итә. Сабый тыуғансы уҡ тимерҙе әсәһенән туплай, тик алты айына был һаҡлам кәмей һәм, баланслы ашауға иғтибар итмәгәндә, тимергә ҡытлыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал.Ниндәй билдәләр тимергә ҡытлыҡты күрһәтә? Аҡһыл ауырыу йөҙ, һәр саҡ һыуыҡ аяҡ-ҡулдар, телдең шыма йәки, киреһенсә, ялҡынһынған булыуы, йөрәктең йыш-йыш тибеше, төндә насар йоҡлау, көндөҙ йоҡомһорап йөрөү, тире ҡоролоғо, мускулдарҙың бушаҡ булыуы – былар тимер етмәүҙең төп күрһәткестәре. Тағы нимәһе менән ҡурҡыныс: аҡыл үҫешеүен дә тотҡарлауы мөмкин. Шуның өсөн иң беренсе ашауҙы дөрөҫ ойоштороу мөһим.Ниндәй аҙыҡ-түлек тимергә бай икәнен белмәгән ата-әсә һирәктер, шулай ҙа тағы бер ҡабат иҫегеҙгә төшөрөү зыян итмәҫ. Һоло бутҡаһы, ит, арахис майы, балыҡ (бигерәк тә скумбрия, көмрө балыҡ), ҡара шоколад, грек сәтләүеге, йәшелсә (сөгөлдөр, петрушка, брокколи, һ.б.), емеш-еләк (кипкән емештәрҙә лә һаҡлана) – быларҙы рационға башҡа аҙыҡ менән яраштырып һәр саҡ индерергә кәрәк.Тейешенсә туҡланып та, организмға тимерҙең етмәүе бар. Был ваҡытта инде кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Читайте нас: