Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Сентябрь 2020, 12:30

Йылҡысылыҡты үҫтерәсәктәр

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында эшләне. Сәфәре барышында ул күсмә «Ауыл сәғәте» үткәрҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республикала спорт һәм продуктив йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләре уйынса фекер алышты.

Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә ҡымыҙ етештереү буйынса – беренсе, йылҡы малы һаны йәһәтенән, Яҡутстандан ҡала, икенсе урынды биләй. Йыл һайын беҙҙә 8,9 мең тонна йылҡы ите етештерелә.Башҡортостандың Йылҡысылыҡ, йылҡы үрсетеү һәм ат спорты ассоциацияһы рәйесе Рәсим Зарипов ошо тармаҡта эшләгән ауыл етештереүселәренең ҡыйынлыҡтары тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, магазин кәштәләрендә тулып ултырған һыйыр һөтөнән етештерелгән ризыҡтарҙың ысын ҡымыҙ менән бер ниндәй уртаҡлығы ла юҡ.
Республика Башлығы Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына – һөт ризыҡтарын һатыуға бәйле хәлгә байҡау яһарға һәм ҡымыҙ бешеүселәрҙең сауҙа маркаларын яҡлау йәһәтенән тәдимдәр индерергә, ә Ауыл хужалығы министрлығына ҡымыҙ етештереүҙе субсидиялау мәсьәләһен тикшерегә ҡушты.
Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан фермер-йылҡысылар йылҡы итенән ярым фабрикаттар етештереүҙәге, шулай уҡ уҡыу һәм медицина ойошмаларын продукция менән тәьмин итеүгә дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыуҙағы ҡыйынлыҡтарға зарланды.
– Фермерҙарға тоҡомсолоҡ репродукторҙары асыуға дәүләт субсидияһын биреү, шулай уҡ ит эшкәртеү өсөн ҙур булмаған мал һуйыу цехтары төҙөү мәсьәләһен ҡарарға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Урал аръяғы фермерҙары бергәләп ошондай проекттарҙы тәҡдим итһә, уларҙы «Инвестиция сәғәт»тәрендә мотлаҡ тикшереп, бюджеттан ярҙам күрһәтер инек. Һеҙҙе бер айҙан аныҡ идеялар менән көтәм.
Йылҡысылар шулай уҡ аттарҙы көтөүҙе яйға һалыу мәсьәләһен күтәрҙе.
Фото республика Башлығы сайтынан
Читайте нас: