Төбәк етәксеһе иң башта ауыл хужалығы һәм сәнәғәт предприятиелары эшселәренә, табиптарға, ғалимдарға, ижади интеллигенция вәкилдәренә, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, республиканың үҫешенә өлөш индергән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт әйтте.
– Беҙ Республика көнөн бик ауыр ваҡытта билдәләйбеҙ. Бөтә донъяға етди саҡырыу ташланған, уларға әҙер яуаптар һәм ҡарарҙар юҡ. Пандемияға бәйле ҙур хәүеф бөтәбеҙ өсөн дә ныҡлыҡҡа имтихан булды. Әйтергә кәрәк, республика был һынауҙы лайыҡлы үтте, – тине Радий Хәбиров.
Проблемаларға ҡарамай, республиканың иҡтисады яйлап нығына башланы. Күп төбәктәрҙә инвестицияларҙың кәмеүе күҙәтелһә, беҙҙә тәүге ярты йыл эсендә уларҙың күләме туғыҙ процентҡа үҫкән.
Республика көнөндә мин үҙемә шундай һорау бирәм: Башҡортостан тағы ла матурыраҡ, тағы ла көслөрәк булһын өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ? Минеңсә, иң мөһиме – берҙәмлегебеҙҙе нығытыу! Әгәр бергәбеҙ икән, бер ниндәй пандемия ла, иҡтисади көрсөктәр ҙә ҡурҡыныс түгел. Бар һынауҙарҙы үтеп, тағы ла көслөрәк буласаҡбыҙ. Беҙ – киләсәккә ҡараш тотҡан республика. Киләсәккә ҙур һәм амбициялы пландар ҡуйылған. Мин беҙҙең талантлы, ҡурҡыу белмәҫ халҡыбыҙ менән ғорурланам. Бындай халыҡтың ҡулынан барыһы ла киләсәк, тип ышанам. Алға, беҙҙең яратҡан республикабыҙ, алға, Башҡортостаным! – тип тамамланы сығышын Радий Хәбиров.Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан