Кластерға «Башҡортостан» милли паркы, «Торатау» геопаркы һәм «Еҙем тәбиғәт паркы инә.
«Беҙҙең өсөн был еңеү – тулы күләмле туристик кластер булдырыу һәм республикабыҙҙың көньяҡ райондарына иҡтисади үҫеш өсөн яңы импульс биреүгә яҡшы мөмкинлек. Был биләмәләр бер иш үҫешәсәк, бер-береһен тулыландырасаҡ. Ҙур проектта урындағы халыҡ та ҡатнаша аласаҡ, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк», – тип яҙҙы был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Уның фекеренсә, туристик кластер эшҡыуарҙар һәм фермерҙар өсөн дә ҙур мөмкинлектәр асасаҡ.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, беҙҙең маҡсат – Башҡортостанда бөтә донъянан туристарҙы йәлеп итеп торған үҙәк булдырыу һәм уның ярҙамында республиканың көньяҡ райондары иҡтисадын үҫтереү.
«Был еңеү яңы барлыҡҡа килгән «Торатау» геопаркы өсөн дә яҡшы мөмкинлек, беҙ уны ла ЮНЕСКО-ның бөтә донъя геопарктары селтәренә индерергә планлаштырабыҙ. Туризм буйынса дәүләт комитетына, Хөкүмәт һәм Башҡортостандың ҡала һәм ауылдарын үҫтереү институтына рәхмәт, бөтәгеҙҙе лә еңеү менән ҡотлайым! Был беҙҙең идара итеү командаһының сираттағы берҙәм хеҙмәте һөҙөмтәһе», – тине Радий Хәбиров.