Бынан тыш, башҡарма комитет автоматик колл-үҙәк эшмәкәрлеген башларға йыйына. Улар COVID-19 буйынса хәүеф төркөмөндә булған кешеләргә шылтыратып, уларҙың ҡурсаланыу режимын үтәүен контролдә тотасаҡ.
Был колл-үҙәк ҡарамағында табиптар өсөн социаль-психологик һәм хоҡуҡи ярҙам буйынса «ҡыҙыу линия» астылар ҙа. Ошондай бәйләнеш шулай уҡ Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса аҡсалата компенсация мәсьәләһе буйынса эшләй.
22 октябрҙән «Табиптар тураһында хәстәрләп» тигән акция башланды, уға ярашлы 1500 медицина белгесе сәй йыйылмалары алды.
Йоғошло ауырыуҙар госпиталдәренең социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән пациенттары өсөн ирекмәндәр шыйыҡ һабын, туалет ҡағыҙы һәм шешәлә һыуҙар тапшырған.
26 октябрҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе «Медиктар ковидҡа ҡаршы» тип аталған онлайн-лекторийҙар башланы. Эфирға пандемия осоронда «ҡыҙыл зона»ла эшләгән табиптар сыға. Уларҙан һорауҙарға яуаптар, коронавирусҡа ҡаршы тороу буйынса кәңәштәр алырға була. Марафонды БДМУ ректоры, профессор Валентин Павлов асасаҡ. Трансляция аҙнаһына өс тапҡыр – дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәре 17.00 сәғәттә «Бәйләнештә» һәм «Инстаграм» социаль селтәрҙәрендә үтә.