Салауат районындағы геопарк 2017 йылда ойошторолған, ә былтыр ул илдә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКОның глобаль геопарктар селтәрҙәре исемлегенә индерелде. Кәңәшмәлә һүҙ инвестициялар йәлеп итеү, юл буйы сервисын үҫтереү, глэмпингтар, йәғни туристар өсөн тәбиғәт ҡосағында, әммә бөтә уңайлыҡтары булған йорттар төҙөү хаҡында барҙы.
Тәбиғәт объекттарынан тыш, геопарк «Алтын ҡаҙаҡ» геология музейын, «Каруанһарай» этнография комплексын, Салауат Юлаев исемендәге паркты, органик ер эшкәртеү үҙәген, халыҡ-ара геомәктәптә уҡығандар өсөн кампусты, саңғы комплексын үҙ эсенә ала.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Моратов белдереүенсә, киләһе йылда проект эштәрен тамамларға, 2022 йылда был объекттарҙы төҙөй башларға кәрәк. Яҡынса сығымдар күләме 435 миллион һум буласаҡ. Иҫәпләүҙәр буйынса 4 йылда 30 миллиард һум самаһы бюджеттан тыш инвестициялар йәлеп итергә мөмкин буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаевҡа «Янғантау» геопаркы биләмәһендә юлдар торошо, уларҙы ремонтлау, яңыларын төҙөү буйынса мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты. Радий Хәбиров 10 декабргә тиклем «Янғантау» геопаркының үҫеше буйынса юл картаһын әҙерләү бурысын да ҡуйҙы.