Сарала халыҡ-ара танылыу яулаған һәм ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алған Салауат районындағы «Янғантау» геопаркы әүҙем ҡатнашты. Форумда тотороҡло туризм, мәғариф, фән һәм урындағы халыҡтың экологик үҫеше өсөн геологик мираҫ ҡеүәте, шулай уҡ 3GEO өлкәлә партнерҙарҙың берләшеүе тикшерелде.
– Форум йомғаҡтары буйынса бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Атап әйткәндә, Тянь-Шань геологик йәмғиәте һәм Ҡырғыҙ Республикаһының Милли комиссияһы менән Ҡырғыҙстан белгестәрен Башҡортостанға стажировкаға ебәреү тураһында килешеүҙәргә өлгәшелде, – тине форумда эксперт булып сығыш яһаған «Янғантау» геопаркы директоры, Башҡорт дәүләт университетының ESG-модель яңы экобиләмәләр үҫеше үҙәге хеҙмәткәре Айрат Ғәлиев.
Айрат Ғәлиев 2018 йылдан «Янғантау» геопаркының Үҙәк Азияла геопарктарҙы үҫтереү эшмәкәрлегенә әүҙем йәлеп ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Форумда геопарк директоры ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәрендә уны киң йәйелдереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, ЮНЕСКО геопарктары критерийҙары һәм «геопарк» төшөнсәһен асты. Геопарктың төп хеҙмәткәрҙәре Айнур Ситдиҡов һәм Аделина Хәсәнова геопарктың тотороҡло үҫеш һәм урындағы берләшмә менән үҙ-ара эш итеү өлкәһендәге эшмәкәрлеге тураһында докладтар менән сығыш яһаны.
– Сара ЮНЕСКО геопарктары концепцияһын аңлауҙы яҡшыртыуға һәм «геопарк» төшөнсәһен Үҙәк Азия илдәре ҡануниәтенә яраҡлаштырыу юлдарын эҙләүгә сәбәпсе булды. Әйткәндәй, Башҡортостан геопарктар тураһындағы закон әҙерләүҙә һәм уны тормошҡа ашырыуҙа пионер булып тора – быға тиклем Рәсәй һәм элекке Советтар Союзы биләмәһендә бындай тәжрибә осрағаны юҡ ине, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: https://iuruzan.ru