Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Декабрь 2022, 17:00

Бөгөн «Өфө» аэропортынан сит ил курорттарына бер юлы өс тура рейс асыла

Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Таиландҡа күптән көтөлгән осош программаһын Azur Air авиакомпанияһы аса. Өфө-Пхукет маршруты буйынса рейстар 11 көнгә бер тапҡыр, Boeing 767-300 самолеттарында башҡарыла.

Бөгөн «Өфө» аэропортынан сит ил курорттарына бер юлы өс тура рейс асыла
Бөгөн «Өфө» аэропортынан сит ил курорттарына бер юлы өс тура рейс асыла

Ошо уҡ авиакомпания Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре - Дубай курортына осоштар башҡара башланы.

Был йүнәлештә аҙнаһына ике тапҡыр - дүшәмбе һәм йома көндәренә 238 урынлыҡ Boeing 757-200 самолеты оса.

Бынан тыш, бөгөн Air Arabia авиакомпанияһының беренсе пассажирҙары Шарджаға осто.

Рейстар аҙнаһына ике тапҡыр (шишәмбе, йома) 168 урынлыҡ Аirbus А320 самолеттарында башҡарыла.

Иртәгә иһә Шарм-эль-Шейхҡа рейстар асыла. Өфөнән Мысырға өҫтәмә йүнәлеште Nordwind Airlines авиакомпанияһы аса. Рейстарҙы биш көнгә 1 тапҡыр 189 пассажирға иҫәпләнгән Boeing 737-800 самолеттарында башҡарыу планлаштырыла.

Автор:
Читайте нас: