Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Ғинуар , 12:00

Мутлашыусылар мәғлүмәт һәм аҡса урлау өсөн онлайн-танышыу

Мутлашыусылар мәғлүмәт һәм аҡса урлау өсөн онлайн-танышыу сервистарын ҡуллана. Һаҡланыу саралары хаҡында Башҡортостан Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығы (https://t.me/mincifryRB) белгестәре менән берлектә аңлатабыҙ.

Мутлашыусылар мәғлүмәт һәм аҡса урлау өсөн онлайн-танышыу
Мутлашыусылар мәғлүмәт һәм аҡса урлау өсөн онлайн-танышыу

 

  Мутлашыусыны нисек асыҡларға?

 

- Енәйәтселәр йыш ҡына мөнәсәбәттәрҙе тиҙләтергә тырыша, тиҙ арала мөхәббәт һәм уртаҡ киләсәк мәсьәләһенә күсә.

 

- Һәр ваҡыт аҡса һорай. Аферист, тормош ауырлыҡтарына, мәҫәлән, яҡын туғанының ҡаты ауырыуына һылтанырға мөмкин.

 

- Шәхсән осрашыуҙан баш тарта һәм уға һәр ваҡыт сәбәп таба.

 

- Мутлашыусының профиле йыш ҡына үтә камил булып күренә: матур фотолар, уңышлы карьера һ. б.

 

- Аферист һөйләгән вакиғаларында бутала, һорауҙарға ҡапма-ҡаршылыҡлы яуап бирә, үҙен тикшереүҙәрен тойһа, теманы үҙгәртергә маташа.

 

- Эмоциональ баҫым ҡуллана, һеҙҙе ғәйепле йәки уға бурыслы итеп тойорға мәжбүр итергә тырыша.

 

- Аҡсанан тыш, интим фотолар йәки видеолар ебәреүегеҙҙе һорауы ихтимал. Һуңынан уларҙы шантаж маҡсатында ҡуллана ала.

 

- Хат алышҡанда бер ҡалыптағы һүҙбәйләнештәр ҡуллана.

 

- Телефон йәки видеоэлемтә аша аралашыуҙан ҡаса.

- Ваҡ-төйәктә хаталар яһай, мәҫәлән, йәшен, тыуған көнөн йәки ҡалаһын дөрөҫ күрһәтмәй.

 Үҙеңде нисек һаҡларға?

 

- Әңгәмәсегеҙҙең ышаныслылығына инанғанғанға тиклем шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе (тулы исем, адрес, телефон) әйтмәгеҙ.

 

- Интернеттағы яңы танышығыҙҙың профиленең ысын булыуын тикшерегеҙ.

 

- Осрашыуға барһағыҙ, халыҡ күп йөрөгән урындарҙы, мәҫәлән, кафе йәки парк һайлағыҙ. Ҡайҙа барыуығыҙҙы һәм кем менән осрашыуығыҙҙы яҡындарығыҙға хәбәр итегеҙ.

 

- Шәхсән осрашыу алдынан видеоэлемтә аша аралашырға тырышығыҙ.

 

- Әгәр нәмә лә булһа шикле тойолһа йәки уңайһыҙлыҡ тыуҙырһа, интуицияғыҙға ышанығыҙ һәм аралашыуҙы туҡтатығыҙ.

 

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: