1 апрелдән 30 апрелгә тиклем Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа ҙур йөк машиналарының хәрәкәте сикләнәсәк, тип хәбәр итә БР транспорт министрлығы. БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, был осорҙа, әгәр уның ауырлығы алты тоннанан артһа, ауыр йөк транспортына йөрөү тыйыла. Шулай уҡ сикләү йәйге ваҡытта, 1 июндән 31 авгусҡа тиклем, һауа температураһы + 32 градустан юғары булһа ғәмәлдә буласаҡ.
- Эш шунда, яҙғы юл сатнауы, күпләп ҡар иреүе осоронда, ә йәйгеһен юғары температурала, асфальт-бетон япма ауыр йөк машиналарынан деформацияланыуы һәм емерелеүе ихтимал, тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. - Шуға күрә төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн Башҡортостанда күп тонналы йөк машиналары өсөн хәрәкәтте сикләргә мәжбүрбеҙ. Бынан тыш, бүленмәҫ йөклө транспорт хужалары федераль ҡаҙна вәкиленең рәсми сайтында махсус рөхсәт алып, республика юлдары буйлап үтә аласаҡ. Бының өсөн алынған түләү Башҡортостан Республикаһының юл фондына күсереләсәк.
Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/transport/2025-03-03/v-bashkirii-ogranichat-dvizhenie-gruzovikov-4143435