Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Март , 13:00

Муттар ҡорбаны - 22 кеше!

Һуңғы тәүлектә мутлашыусылар 22 кешене 13 миллион һумдан ашыу аҡсанан яҙҙырған.

Муттар ҡорбаны - 22 кеше!
Муттар ҡорбаны - 22 кеше!

Өфөлә йәшәгән 66 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар ҙа, дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү порталында шәхси мәғлүмәттәрҙең енәйәтселәр тарафынан урланыуы тураһында хәбәр итәләр. Шылтыратыусы ҡатынды үҙенең йыйылған аҡсаһын “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә ышандырған. Күрһәтмәләрҙе үтәп, граждан 4,5 миллион һумдан ашыу тупланмаһын мутлашыусыларға күсерә, шуның 750 мең һумы автомобилде һатыуҙан килгән аҡса.

Тағы ла бер мутлашыу осрағы Архангел районындағы медицина учреждениеһының 54 йәшлек хеҙмәткәре менән булған. Ҡатынға хеҙмәттәшенең номерынан, эштә Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре кадрҙарҙы тикшерә, тиҙҙән һиңә лә шылтыратасаҡтар, уларға ярҙам итергә кәрәк, тигән хәбәр итә. Шылтыратыусыларҙың күрһәтмәләрен үтәп, медицина хеҙмәткәре, йәнәһе, мутлыҡ эшмәкәрлеген булдырмау һәм банк иҫәбен һаҡлау маҡсатында, 2 миллион һумдан ашыу шәхси аҡсаһын муттар иҫәбенә күсергән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: Хөрмәтле граждандар! Һеҙгә шылтыратҡан белгестәргә ышанмағыҙ. Ойошма хеҙмәткәрҙәре клиенттар менән мессенджерҙар аша бәйләнешкә инмәй. Бер ҡасан да сит кешеләргә экран менән ситтән идара итеү форсатын  бирмәгеҙ - был муттар эше! Уяу булығыҙ! Оло йәштәге туғандарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы был схемалар тураһында иҫкәртегеҙ!

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan?from=search

 

Автор:
Читайте нас: