Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлегенә мутлашыу тураһында ғариза менән 71 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ғариза биреүсегә ялған "һыу каналы хеҙмәткәре" шылтырата. Шылтыратыусы уларҙың өйөндә счетчиктар тикшереләсәген һәм уны алмаштырыу сиратын теркәү өсөн смс-кодты хәбәр итергә кәрәклеген әйтә. Пенсионер уны тыңлап, кодтың һандарын атай. Артабан ялған "күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре" шылтыратып, шәхси мәғлүмәттәрҙең урланыуы тураһында хәбәр итә һәм тупланманы һаҡлау өсөн уларҙы "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерә. Уға ышанып, ҡатын сит иҫәпкә 4 миллион һумдан ашыу сумманы күсерә. Пенсионер ҡатын тағы ла 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса күсерергә теләй, әммә уны "Сбербанк"тың уяу хеҙмәткәре туҡтата.
Тағы ла бер мутлашыуҙы иҫкәртеү осрағы Салауат ҡалаһында теркәлгән. Бер предприятиеның 70 йәшлек электромонтерына ялған "Пенсия фондынан" шылтыратыу килгән. Әңгәмәсе иргә иҫәпкә алынмаған эш стажы бар һәм хәҙер яңынан иҫәпләү бара, тип һөйөнсөләгән. Компенсация алыу өсөн ҡала кешеһе аферисҡа шәхси мәғлүмәттәрен бирә, уның ярҙамында енәйәтселәр зыян күреүсенең 600 мең һумдан ашыу аҡсаһын урларға маташа. Әммә мутлашыусылар үҙ ниәтен тормошҡа ашыра алмай, сөнки аҡса күсереү операцияһын банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте тотҡарлай.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙарға иғтибарлы булығыҙ. Бигерәк тә төрлө платформаларҙа пассив килем тәҡдим иткән брокерҙарға һәм трейдерҙарға ышанмағыҙ. Әгәр һеҙгә банк хеҙмәткәре шылтыратһа, телефонығыҙҙы ҡуйып, банктың ҡыҙыу линияһына шылтыратаһығыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.